Әлшәй хәбәрҙәре
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Декабрь 2019, 13:20

Ҡыпсаҡ-Асҡарҙа хәйриә концерты уҙҙы

Һәр ауылдың үҙ проблемалары бар. Әүҙем һәм татыу ауыл халҡы төрлө программаларҙа ҡатнашып, уларҙы бергәләп хәл итергә тырыша. Ә ҡайһы бер урындарҙа бындай мәсьәләләргә ижади ҡарайҙар. Ҡыпсаҡ-асҡарҙар – бының сағыу өлгөһө.

Уларҙың хәйриә саралары үткәреү тәжрибәһе бар. Былтыр бында ауыл мәсетенә ярҙам йөҙөнән хәйриә концерты уҙғайны. Ул ваҡытта йыйылған аҡса иман йортона газ индереүгә йүнәлтелде. Ә быйыл иһә аҡсаны зыярат эштәренә тотонорға ҡарар ителде. Бындай тәҡдимде эшҡыуар, активист, мәсетте ҡарап, тәртиптә тотоусы Вәлимә апай Ғәзизова индерҙе. Уның ниәте – урындағы сәнғәт оҫталарының концертын ойоштороп, ерләү кәрәк-яраҡтарын һаҡлау өсөн зыярат йортон төҙөүҙе тамамлауға һәм перфоратор һатып алыуға ярҙам итеү. Уның был тәҡдимен ауыл кешеләре лә, ауыл Советы, клуб хеҙмәткәрҙәре, урындағы үҙешмәкәр сәнғәт оҫталары хуплап ҡаршы алды. Тирә-яҡ ауылдарҙа йәшәүсе яҡташтары ла туған сәхнәлә сығыш яһау теләген белдерҙе.

- Концерт бик матур үтте. Залда йөҙгә яҡын тамашасы йыйылды. Сараға килеүселәр һәр йырсының сығышын көслө алҡыштарға күмде. Себерҙән ата-әсәһенә отпускыға ҡайтҡан яҡташыбыҙ Фаил Садиҡов билет һатыуҙан йыйылған биш мең һумға яҡын аҡсаға тағы ла шунса сумма өҫтәне. Ҙур рәхмәт уға! Йырсылар Фәнис Батталов, Инсиә Зәйнуллина, Фәнзилә һәм Фәрүәз Әхмәтовтар, Вәлимә Ғәзизова, Гөлнур Миңлеғолова һәм Рәүеф Шайморатовҡа, концертты алып барыусы Рәмзиә Иманғоловаға, хәйриә концертына килгән бөтә тамашасыларға рәхмәт белдерәбеҙ, - ти ауыл мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Гөлгөнә Татлыбаева.

Читайте нас: