Әлшәй хәбәрҙәре
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Ноябрь 2019, 13:30

Айыҡ йәшәүгә ни етә!

Башҡортостанда “Айыҡ ауыл” республика конкурсы дауам итә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, әле конкурстың район этабы үтә, уның барышында эскелеккә ҡаршы көрәш саралары, иҫерткес эсемлектәрҙе законһыҙ һатыу нөктәләрен асыҡлау буйынса рейдтар үткәрелә, әүҙем аңлатыу эше алып барыла. Муниципаль райондың ойоштороу комитеты ҡатнашыусыларҙың презентация мериалдары нигеҙендә беренсе этапҡа йомғаҡ яһаясаҡ.

Беҙҙең районда айыҡ ауыл исеменә Мәндән, Фән, Игенсе, Ниғмәтулла, Түбән Әүрез, Ыҫлаҡ, Зеленый Клин, Раевка, Балғажы, Баязит, Ҡармыш, Яңы Сәпәш ауылдары дәғүә итә. Был ауылдар халҡы үҙҙәренең өлгөһөндә айыҡ йәшәү рәүешенә ынтылып йәшәүҙең өҫтөнлөклө булыуын иҫбатларға тейеш.

Конкурстың икенсе этабына, ул 1 декабрҙән 2020 йылдың 20 мартына тиклем уҙасаҡ, район кимәлендә еңеүселәр сығасаҡ.

Читайте нас: