Сараға билдәле журналист һәм публицист, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге республика премияһы лауреаты Виктор Шмаков, үҙәк район китапханаһы директоры вазифаһын башҡарыусы Надежда Зиннәтуллина һәм билдәле шағирәбеҙ Әлфиә Ханнанова саҡырылды.
Презентацияланған баҫмалар авторҙары китап яҙырға уларҙы нимә этәреүе, Әҫәрҙәрҙең яҙылыу тарихы һәм нисек нәшер ителеүе тураһында һөйләне. Анатолий Дуниндың “Аксен ауылына – 130 йыл” китабында бай материал тупланған. “Минең мәктәбем тарихы һәм шәхестәр” фотоальбомында Аксен мәктәбенең элекке директоры Дамир Мирғазов мәктәп һәм уны тамамлаусылар тураһында фотодокументтар йыйған. Рәсимә Әҙеһәмованың китабы ғаилә хроникаһы форматында баҫылған һәм унда Башҡорт республикаһын ойоштороуҙа ҡатнашҡан туғандары тураһында бәйән ителә.
Был көндө беҙҙең китапхана үҙенең бөтә тыуған яҡты өйрәнеү фондын асырға тырышты. “Минең тыуған ауылым” китап күргәҙмәһе ойошторолдо, “Улар Тыуған илде һаҡланы”, “Шәжәрә - быуындар тарихы”, “Әҙәби Аксен” һәм башҡа темалар буйынса китаптар тәҡдим ителде.
Әлфиә Ханнанова үҙенең ауыл тураһындағы шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Тыуған яҡ тураһында шиғырҙар һәм йырҙар яңғыраны. Сарала һәр кем үҙ төбәге тарихында яҡты эҙ ҡалдырырға, уның үткәндәрен һәм бөгөнгөһөн онотмаҫҡа тейеш, тигән фекер ҡыҙыл еп булып үтте.
Аксен ауыл китапханаһы китапханасыһы.