Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Ноябрь 2019, 16:30

Район башҡорттары ҡоролтайы ултырышы

Район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының киңәйтелгән ултырышы уҙҙы, унда ауыл биләмәләре башлыҡтары, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау һәм мәҙәниәт өлкәләре хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.

Көн тәртибендәге беренсе мәсьәлә - “Айыҡ ауыл” республика конкурсының муниципаль этабын тормошҡа ашырыу тураһында район Советы секретары Ш. Ш. Сәлимов сығыш яһаны. Ул ауылда сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауҙа уҡытыусылар, китапханасылар, медицина һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең роле ҙур, тип билдәләне.

Район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе З. З. Әхмәтов йыйылыусыларҙың иғтибарын көмөшкә ҡайнатыу, ялған араҡы һатыу осраҡтарына йүнәлтте, шулай уҡ күп кенә ауылдарҙа айырыуса ҡатын-ҡыҙҙар араһында эскелеккә бирелеүселәрҙең артыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Ултырышта тикшерелгән икенсе мәсьәлә – генерал Миңлеғәли Шайморатовтың иҫтәлеген мәңгеләштереү булды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тағы ла бер киң күләмле проектты ғәмәлгә ашырыуҙа ҡатнаша. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына әҙерлек сиктәрендә “Шайморатов вариҫтары” халыҡ проекты үткәрелә. Акция барышында 112-се Башҡорт атлы дивизияһы яугирҙәре тураһында биографик белешмәләрҙең тулы исемлеген йыйыу күҙаллана.

- Белеүебеҙсә, күп кенә яҡташтарыбыҙ ошо легендар дивизия составында алышҡан. 112-се Башҡорт атлы дивизияһы яугирҙәренең, генерал Шайморатовтың иҫтәлеген мәңгеләштереүгә һәр кем үҙ өлөшөн индерергә тейеш, - тип билдәләне район хакимиәте башлығы урынбаҫары А. Т. Солтанғолов.

Читайте нас: