Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Ноябрь 2019, 12:42

Татыу ғаилә – тормош биҙәге

Район мәҙәниәт һарайында “Йәш ғаилә – 2019” конкурсы уҙҙы

Йәш ғаилә парҙары, уларҙың йәше бәйге шарттары буйынса 35 йәштән артмаҫҡа тейеш, иң яҡшы ғаилә исеме өсөн көрәште.

Әлбиттә, улар сәхнәгә сығыр алдынан бик тулҡынланды, конкурсанттарға үҙҙәре менән таныштырырға, ижади һәләттәрен һәм интеллектуаль мөмкинлектәрен күрһәтергә, визит карточкаһында ғаилә бәхете серҙәре менән уртаҡлашырға кәрәк ине.

Гөлфиә һәм Айнур Әхмәтшиндар ҙа бәхетле ғаилә ҡорған, бөгөн улар бер ул һәм бер ҡыҙ үҫтерә. Әмир – 4-се мәктәптең 1-се синыф уҡыусыһы, Амелия Раевка ауылының 7-се балалар баҡсаһына йөрөй. Гөлфиә йәштәр эштәре комитетында педагог-психолог булып эшләй, Айнур - төҙөлөштә. Уларҙың төп тормош принцибы – киләсәккә ышаныс һәм эшһөйәрлек. Улар бөтә ғаиләләре менән актив ял итеү яҡлы, “Әсәйем, атайым һәм мин – әүҙем ғаилә” конкурсында улар тап шуны иҫбатланы ла.

Гөлсәсәк һәм Рәмис Зиннуровтарҙың ғаиләһендә ике ҡыҙ үҫә. Өлкәне, Розалина, гимназияла 2-се синыфта уҡый, кескәй Аделина 6-сы балалар баҡсаһына йөрөй. Әсәйҙәре мәғариф бүлегендә методист, атайҙары Когалымда машинист булып хеҙмәт һала. Ҡыҙҙар балсыҡтан матур сувенирҙар эшләргә ярата. Гөлсәсәк – бәйләү һәм сигеү оҫтаһы. Зиннуровтар үҙ шәжәрәләрен, ата-бабаларының ниндәй кәсептәр менән шөғөлләнеүен яҡшы белә. Был һоҡланғыс ғаилә гөбәҙиә бешереп, уны матур итеп биҙәүгә, спорт ярыштарына ла ижади ҡараған.

Зилә һәм Наил Шәғәлиевтар ла үҙҙәренең һөйкөмлө һәм тәртипле балаларының уңыштарына ҡыуанып бөтә алмай. Дана М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейының 5-се синыфында уҡый, Лина менән Малик 1-се балалар баҡсаһына йөрөй, әсәйҙәре лә шунда логопед булып эшләй. Ғаилә башлығы – хәрби комиссариат хеҙмәткәре.

Зилә һәм Наил күптән түгел берҙәм һәм татыу йәшәүҙәренең 15 йыллығын - гәлсәр туйҙарын билдәләгән. Йыр-бейеүгә оҫта, спорт яратҡан был ғаилә район һәм республика конкурстарында әүҙем ҡатнаша. Йәш ғаиләләр бәйгеһендә лә жюри хаҡлы рәүештә уларға беренсе урын бирҙе.

“Ғаилә һәр кем өсөн иң мөһим төшөнсә, ул беҙгә йәшәргә һәм эшләргә көс бирә”, - тине Бөрө ҡалаһында үткән ҙур ғаилә фестивалендә төбәк башлығы Радий Хәбиров.

Йылы йорт усағы һәр ғаиләне бәлә-ҡазаларҙан һаҡлаһын, унда балалар тауышы тынмаһын, нәҫел-ырыуығыҙҙы дауам итеүсе лайыҡлы алмаш үҫһен.

Ирина ВЛАДИМИРОВА.

Шәғәлиевтар ғаиләһе.

Читайте нас: