Сыуаҡ көндәргә йәм өҫтәп, машиналарға төрлө шарҙар тағып, урам буйлап үткән йәштәрҙең туй тантанаһына һоҡланабыҙ, йәштәр бәхетле, ҡорған нигеҙҙәре ныҡлы булһын, тип теләктәр теләйбеҙ. Ә беҙҙең районда туйҙар гөрләйме һуң? Статистикаға күҙ һалайыҡ.
Октябрь айында 14 пар законлы никахҡа ингән, был 2018 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 3-кә аҙыраҡ. Шулай уҡ 14 пар (2018 йылда – 15) айырылышҡан. Уҙған йыл менән сағыштырғанда вафат булыусылар һаны кәмегән. Был айҙа 44 кеше донъя ҡуйған, уларҙың 25-е – ир-егеттәр, 19-ы – ҡатын-ҡыҙҙар (2018 йылда – 55). Үлем сәбәптәре булып йөрәк-ҡан тамырҙары һәм шәкәр диабеты ауырыуҙары тора.
Өс кеше район ЗАГС бүлегенә атайлыҡты билдәләүҙе, алты кеше исем алмаштырыуҙы һорап мөрәжәғәт иткән. Был айҙа 12 ҡыҙ, 10 малай донъяға килгән, уларға ата-әсәләре Айдан, Ранэль, Асель, Нурзәлиә, Карина, Мария, Амалия һәм Виктория исемдәрен биргән.
Ә беҙҙең республикала 15 ғаиләлә яңы тыуған малайҙарға төбәк Башлығы хөрмәтенә Радий тип исем биргәндәр, ул боронғо грек теленән тәржемә иткәндә “ҡояш нуры” тигәнде аңлата. Бындай исем йөрөткән сабыйҙар киләсәктә тормошта күп нәмәгә өлгәшәсәк, тип өмөтләнә ата-әсәләр.
Һәм беҙ ҙә яңы тыуған сабыйҙарҙың, ниндәй исемле булыуҙарына ҡарамаҫтан, көслө, ҡыйыу, аҡыллы, изге күңелле һәм сәләмәт булып үҫеүҙәрен теләйбеҙ.
фото/яндекс