Әлшәй хәбәрҙәре
+5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Ноябрь 2019, 11:42

"Башҡортостан ихаталары" программаһы

Республика власы “Башҡортостан ихаталары” тип аталған ҙур төҙөкләндереү программаһын тормошҡа ашыра башланы.

Быйыл ошо маҡсатҡа 1,7 миллиард һум – былтырғыға ҡарағанда өс тапҡырға күберәк аҡса йүнәлтеү күҙаллана. Киләһе өс йылда 3,8 миллиард һум тотоноу планлаштырыла. Программа 2024 йылға тиклем ғәмәлдә буласаҡ. Ошо аҡсаға быйыл 480, киләһе биш йылда барлыҡ биләмәләрҙә тағы ла өс меңгә яҡын ихатаны комплекслы төҙөкләндереү ҡарала.



Ниндәй эштәр башҡары­ласаҡ?
Комплекслы төҙөкләндереүҙең һигеҙ мотлаҡ элементы бар. Улар:
– хәүефһеҙ резина япма түшәлгән балалар майҙансығы;
– контейнер майҙансығы;
– йәшелләндереү;
– туҡталыш павильондары;
– яҡтылыҡ;
– эскәмйәләр;
– сүп-сар һауыттары;
– видеокүҙәтеү.


Техник шарттар мөмкинлек бирһә, был эштәрҙең барыһы ла башҡарыласаҡ. Йорт хужалары өҫтәмә рәүештә башҡа сараларҙы ла тормошҡа ашыра ала. Мәҫәлән, баскетбол майҙансығы асыу, эттәрҙе йөрөтөү урындары булдырыу, кер киптереү ҡулайла­малары яһау мөмкинлеге бар. Ләкин был ғәмәлдәр халыҡтың йыйылышында айырым ҡара­лырға, санитария нормалары мотлаҡ иҫәпкә алынырға тейеш.


Түләргә кәрәкме, юҡмы?
Эште бушлай башҡармая­саҡ­тар, республика хаҡтың 94 процентын, муниципалитет иһә 5 процентын ҡаплаясаҡ. Ниңә шулай һуң? Тәжрибә күрһәтеүенсә, кеше эшкә өлөш индергән икән, мөлкәткә мөнәсәбәт тә бөтөнләй башҡаса буласаҡ. Иғәнәнең яҡынса күләмен дә аныҡ иҫәпләү мөмкин түгел, сөнки ул эштең ҙурлығына, ихаталағы йорттар һәм фатирҙар һанына бәйле. Мәҫәлән, ихатаны ремонтлау хаҡы биш миллион һум тәшкил итә ти. Ошонда йәшәгәндәргә 50 мең һум йыйырға кәрәк. Әгәр ихата 100 фатирлыҡ бер “хрущевка”ға ҡараһа, иғәнә 500 һум буласаҡ, әгәр 500 фатирҙан торған туғыҙ ҡатлы йорттар комплексына ҡараһа, 100 һум тәшкил итәсәк.


Аҡсаны нисек итеп йыйыуҙы халыҡ үҙе хәл итә. Шулай уҡ идарасы компания менән һөйләшеү мөмкинлеге бар. Ул сығымды квитанцияға индерәсәк.

фото/яндекс

Читайте нас: