Республика Хөкүмәтендә үткән кәңәшмәләрҙең береһендә төбәк етәксеһе демография мәсьәләләренә, тәү сиратта тыуымдың кәмеүенә айырым иғтибар биреү кәрәклеген билдәләне.
Әлшәй районында ошо йәһәттән хәлдәр торошо тураһында ЗАГС бүлеге етәксеһе Лариса САФИНА менән әңгәмәләшәбеҙ.
- Өсөнсө кварталда 89 сабый – 51 малай һәм 38 ҡыҙ тыуҙы. 145 кеше – 75 ҡатын-ҡыҙ һәм 70 ир-ат вафат булды. Шуны әйтергә кәрәк, быйыл беҙ ауыл Советтары буйынса айырым ауылдарҙа тыуым һәм үлем осраҡтары буйынса хәл торошон асыҡлау өсөн мониторинг үткәрҙек. Туғыҙ ай эсендә Раевка ауыл биләмәһендә - 141 бала, Шафранда – 21, Ҡармышта – 12, Ҡыҙыл ауыл биләмәһендә 10 сабый донъяға килгән. Иң түбән күрһәткестәр - Никифар һәм Ғәйнә ауыл Советтарында (өсәр), Мәндән һәм Ниғмәтулла ауыл Советтарында (икешәр бала).
Был ваҡыт эсендә Раевка ауыл биләмәһендә иң күп үлем осрағы теркәлгән – 173 кеше вафат булған, шуның 87-һе – ауырыу буйынса. 36 кешенең үлеменә – яман шеш, 20-һенең – шәкәр диабеты, бишәүһенең – ВИЧ-инфекция, өс кешенең – юл-транспорт ваҡиғаһы, ике кешенең үлеменә иҫерткес эсемлектәр менән ағыуланыу сәбәпсе булған. Шулай уҡ Шафран ауыл Советында – 38, Әбдрәшиттә – 25, Аксенда – 22, Ҡармыш һәм Торонтайышта – 15-әр, Ғәйнәямаҡ, Түбән Әүрез һәм Ыҫлаҡта 14-әр үлем осрағы теркәлгән. Ибрай ауыл Советында өс кеше вафат булған, 8 бала тыуған.
Быйыл 1 ғинуарҙан 30 сентябргә тиклем районда тыуыу турында 263 гражданлыҡ акты теркәлгән (вафат булыу тураһында – 423). 2018 йылда шул нисбәттә – 283 һәм 463. Был ваҡыт эсендә быйыл 154 пар никахҡа ингән (114-е айырылышҡан), 2018 йылда – 216 (123).
- Йәйҙең һуңғы айында 29 бала тыуған. Сентябрҙә - 30 (13 ҡыҙ һәм 17 малай). Шулай ҙа 2018 йыл менән сағыштырғанда быйыл сентябрҙә 5 балаға аҙыраҡ тыуған. Вафат булыусылар быйыл – 43, былтыр 35 булған. Никах теркәү менән дә шундай уҡ хәл күҙәтелә. 2018 йылда 31 пар никахҡа ингән, 2019 йылда – 21. Быйыл - 9, былтыр 14 ғаилә пары айырылышҡан.
- Ҡыҙҙар араһында Мәҙинә, Амалия, Ләйлә, Рада, Айлин, Надира кеүек һирәк осраған исемдәр бар. Көслө заттар араһында Артем, Марк, Виктория, Есения, Андрей, Алмаз, Лев, Булат исемдәре популяр булып ҡала. Өфөлә иһә, һуңғы арала Артем, Тимур, Әмир, Егор, Кәрим, Алан, Ислам, Таһир исемдәре киң таралған. Ҡыҙҙар араһында Арина, Софья, Виктория, Әминә, Сабина һәм Мәҙинә исемдәренә өҫтөнлөк бирелә.
- “Демография” милли проекты пенсия алды йәшендәгеләргә эшкә урынлашыу мәсьәләләрен, шулай уҡ йәш ғаиләләрҙең проблемаларын хәл итергә ярҙам итер, ғөмүмән, республикала һәм районда демографик хәл яҡшырыр, тип ышанабыҙ. Ә Һеҙгә, Лариса Тәминдәр ҡыҙы, ҡыҙыҡлы әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт.