Әлшәй хәбәрҙәре
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Октябрь 2019, 14:31

Милләтемдең ҡот, ырыҫын һаҡлап Ағинәйҙәр алға әйҙәйҙәр!

Милли кейем һәр ҡатын-ҡыҙға ла килешә, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр шул.

Көмөш тәңкәләре сыңлап торған милли кейемдәрҙәге аҡ яулыҡлы инәйҙәрҙе төрлө конкурстарҙа, күргәҙмәләрҙә, концерттарҙа, телевидение тапшырыуҙарында, хәйриә акцияларында, түңәрәк өҫтәлдәрҙә һәм халыҡ йыйындарында осратырға була, уларға ҡарап, һоҡланмау мөмкин түгел. Милли кейем һәр ҡатын-ҡыҙға ла килешә, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр шул.

Эйе, тормошобоҙға күпме генә көнбайыш яңылыҡтарын индерергә тырышмаһындар, беҙ үҙебеҙҙең халыҡ традицияларын онотмаҫҡа, уларҙы балаларыбыҙ һәм ейәндәребеҙ өсөн һаҡларға тейешбеҙ. Районыбыҙҙа бишенсе йыл эшләп килеүсе “Ағинәй” йәмәғәт хәрәкәте лә быға ынтыла, унда әүҙем, талантлы һәм абруйлы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ тупланған. Кисәге педагогтар һәм медицина хеҙмәткәрҙәрен, иҡтисадсылар һәм бухгалтерҙарҙы, хат ташыусылар һәм эшҡыуарҙарҙы, ауыл һәм производство эшсәндәрен уртаҡ маҡсат – милли мәҙәниәтте, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, традицияларҙы тергеҙеү, һаҡлау һәм үҫтереү, ғаилә һәм әхлаҡи ҡиммәттәрҙе нығытыу теләге берләштерә.

Раевка ауылынан Рәмзилә Искәндәрова “Ағинәйҙәр” ҡоро ойошторолғандан бирле уның әүҙем ҡатнашыусылары иҫәбендә. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа художество мәктәп-интернатының (әлеге ваҡытта Ҡ. Дәүләткилдеев исемендәге гимназия) тәүге сығарылыш уҡыусыларының береһе, белеме буйынса рәссам-оформитель Рәмзилә Искәндәрова егерме һигеҙ йыл нефть промыслаһында диспетчер булып эшләгән. Әлбиттә, рәссамдың күңеле һәр ваҡыт ижадҡа тартылған. Рәмзилә Саян ҡыҙы хаҡлы ялға сығып, йәмәғәт эштәрендә ҡатнаша башлай, яратҡан шөғөлөнә лә ваҡыт таба. Бөгөн бер генә декоратив-ҡулланма сәнғәт күргәҙмәһе лә уның ҡатнашлығынан башҡа үтмәй. Ағинәйҙәр Өфөлә республиканың 100 йыллығына арнап үткәрелгән “Башҡортостан тарихы биттәре” фестиваль-марафоны сиктәрендә районды презентациялауҙа бай экспозиция тәҡдим итте, V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында ҡунаҡтарҙы ҡаршылауҙа, милли кейемдәр парадында һәм башҡа бик күп сараларҙа ҡатнашты. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары өсөн сәйлән, төрлө таштар һәм тәңкәләр менән биҙәп сигелгән түшелдерек - оҫтаның күп һанлы ҡул эштәре араһында халыҡта ҙур һорау менән файҙалана.

Әммә иң мөһиме - бөгөн ағинәйҙәр халыҡ ижады серҙәренә балаларҙы ла өйрәтә. Район мәҙәниәт һарайында клуб оҫталары мәктәп уҡыусылары өсөн этно-шәмбеләр – балаҫ һуғыу һәм башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары кейеме элементтарын яһау буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторҙо. Ағинәйҙәр балаларға башҡорттарҙың көнкүреше, ғаилә традициялары, байрамдар, башҡорт милли кейеме үҙенсәлектәре тураһында һөйләне, халыҡ йырҙарын башҡарҙы, мәҡәлдәр һәм әйтемдәр әйтте.

- Әгәр беҙ киләсәгебеҙҙең ышаныслы ҡулдарҙа булыуын теләһәк, быны үҙебеҙҙән башларға һәм ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе түкмәй-сәсмәй балаларыбыҙға, ейәндәребеҙгә тапшырырға тейешбеҙ, - ти Рәмзилә Саян ҡыҙы. Күңелдәренән яҡты нур сәскән, аҡ күңелле Әлшәй ағинәйҙәренең бөтә эшмәкәрлеге лә, иң элек, бына шуға йүнәлтелә.


Читайте нас: