Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Октябрь 2019, 15:32

Ашығыс ярҙам бригадалары планшеттар менән генә эш итәсәк

Быйылдан алып республиканың ашығыс медицина ярҙамы табиптары махсус планшеттар менән тәьмин ителә.

Был эш Рәсәй Президенты Владимир Путин указына ярашлы ғәмәлгә ашырылған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты буйынса башҡарыла.


Медиктар, электрон ҡоролмалар ҡулланып, саҡырыуҙарҙы ҡабул итә, юлда уҡ пациенттың ауырыуҙар тарихы менән таныша, документтар тултыра һәм дауаханаға ауырыуҙың хәлен яҙып ебәрә ала.


Планшеттар 345 ашығыс ярҙам бригадаһына тапшырыласаҡ.


Фото: pixabay.com.


Читайте нас: