Һөнәри белем биреү ойошмаларына федераль ярҙам уҡыу йортоноң матди-техник базаһын нығытыу һәм уның заманса талаптарға тура килеүенә өлгәшеү маҡсатында күрһәтелә. Аксен агросәнәғәт колледжына бүленгән 47 миллион һумлыҡ грант “Агрономия”, “Сити-фермерлыҡ”, “Ауыл хужалығы биотехнологиялары”, “Үҙйөрөшлө машиналарҙы эксплуатациялау” һәм “Ветеринария” компетенциялары буйынса биш оҫтахананы йыһазландырыуға йүнәлтеләсәк.
Ошо көндәрҙә колледжға техниканың тәүге партияһы - заманса өс МТЗ “Беларусь” тракторы ҡайтартылды. Артабан тағы ла бер трактор һәм пресс- йыйғыс килтереләсәк. Техника “Үҙйөрөшлө машиналарҙы эксплуатациялау” оҫтаханаһын йыһазландырыу өсөн тәғәйенләнә. Колледжға һуңғы 40 йылда тәүге тапҡыр ҡайтартылған яңы тракторҙарҙан һуң башҡа оҫтаханалар өсөн дә йыһаздар көтәләр.
Матди-техник базаны яңы техника һәм ҡорамалдар менән йыһазландырыу колледжға заманса халыҡ-ара стандарттар буйынса белгестәр әҙерләү мөмкинлеге бирәсәк.