Ошо йылдар эсендә илебеҙҙә 40 миллионға яҡын демографик ваҡиға (тыуым, үлем, никахҡа инеү һәм айырылышыуҙар, яңы йәшәү урынына күсеүҙәр) булды, киләһе йылдағы иҫәп алыу үҙгәрештәр күләмен баһаларға һәм Рәсәй йәмғиәте структураһы тураһында ҡиммәтле мәғлүмәт сығанағы буласаҡ.
Районда статистика бүлеге менән берлектә иҫәп алыуға әҙерлек һәм үткәреү комиссияһы төҙөлдө. Участкаларға йөрөгәндә регистраторҙар маршрут битенә индерелгән һәм картографик материалда күрһәтелгән йорттар, ҡоролмалар, торлаҡ һәм торлаҡ булмаған биналарҙың ғәмәлдә булыу-булмауын тикшерҙе. Документтарҙа йорттоң һаны һәм урам исемдәре яҙылған аншлагтарҙың булмауын билдәләне. Адрестарҙы тәртипкә килтереү – иҫәп алыуға әҙерлек этабындағы мөһим бурыстарҙың береһе, шуға ла иҫәп алыусылар эшен теүәл ойоштороу бик мөһим.
Был эшкә 23 регистратор йәлеп ителде, улар 51 ауылда йөрөнө. Әлеге ваҡытта Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға әҙерлек һәм үткәреү буйынса ойоштороу планын төҙөүгә мәғлүмәттәр эшкәртелә.
Рәсәй тарихында ун икенсе тапҡыр үткәреләсәк халыҡ иҫәбен алыу 2020 йылдың 1 октябренән 31 октябренә тиклем бөтә илдә яңы форматта уҙа. Кеше даими йәшәгән урыны буйынса иҫәпкә алынасаҡ. Иҫәп алыуҙа төп яңылыҡ – теләге булғандар үҙҙәре интернетта иҫәпкә алыу ҡағыҙын тултыра ала. Бының өсөн Дәүләт хеҙмәттәре порталында махсус бит булдырыласаҡ. Шулай уҡ йорттарға һәм фатирҙарға йөрөгәндә һәм унда йәшәүселәрҙән һорау алғанда иҫәп алыусыларға электрон планшеттар бирелә.
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу хеҙмәт баҙарын өйрәнеү һәм яңы эш урындары булдырыу мөмкинлеге бирәсәк. Ун йыллыҡтың төп статистик ваҡиғаһына һәр кем етди ҡараһын ине.
Әлшәй районы буйынса халыҡ иҫәбен алыу уполномоченныйы.