Әлшәй хәбәрҙәре
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Октябрь 2019, 12:23

Халыҡ кәсебе серҙәрен – балаларға

Этношәмбеләр – Әлшәй ағинәйҙәре мәктәп уҡыусылары өсөн мәҙәниәт йортонда үткәрә башлаған оҫталыҡ дәрестәре шулай тип атала.

Уҙған ял көндәрендә балаҫ һуғыу һәм башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының биҙәүестәренә арналған тәүге тематик шәмбе уҙҙы. Уңайлы ҡунаҡ тирмәһе ҙур этно-оҫтаханаға әйләнде. Райондың баш ағинәйе Рәйсә Мөфтиева Раевка гимназияһында уҡыусы ҡыҙҙар һәм малайҙарға халыҡ кәсептәре төрҙәре, бөгөнгө оҫталар тураһында һөйләне. Билдәле балаҫ һуғыусылар Ҡыпсаҡ-Асҡарҙан Минзилә Муллағолова һәм Ҡармыш ауылынан Лилиә Сәлимгәрәева туҡыу станогы артында ябай ғына ептәрҙән нисек аҫалы һәм буй балаҫтарҙа сағыу биҙәктәр пәйҙә булыуын күрһәтте. Ә Раевканан Рәмзилә Искәндәрова һәм Фәнүрә Ғәниева ҡыҙҙарҙы түшелдеректәр һәм сәсмәүер-сәсүргестәр яһау, атлас таҫмаларҙан картиналар, сәйлән менән эшләү серҙәренә өйрәтте. Малайҙар өсөн социаль-мәҙәни үҙәк баянсылары Рим Сафин һәм Артур Шәйәхмәтов музыка дәресе үткәрҙе.

- Тематик шәмбеләр аҙна һайын уҙасаҡ. Бындай аралашыу оҫталарға ла һәм, иң ҡыуаныслыһы, балаларға оҡшаны. Улар төрлө һорауҙар бирҙе, станок эргәһенә килеп, ептәрҙе рәтләне, биҙәктәр эшләне. Уларға һәр нимә ҡыҙыҡлы булды. Этношәмбеләр тураһында ишетеп, беҙҙең оҫталыҡ дәрестәренә өлкәндәр ҙә килергә уйлай, - ти Рәйсә Сәхибгәрәй ҡыҙы.

Читайте нас: