Әлшәй хәбәрҙәре
-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Октябрь 2019, 12:44

Әлшәйҙәр бер юлы ике байрамды билдәләне

Район мәҙәниәт һарайында Республика көнөнә һәм ауыл хужалығы һәм эшкәртеүсе сәнәғәт хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамына арналған күркәм сара уҙҙы.

Тантананы район хакимиәте башлығы Дамир Мостафин асты. Әлшәйҙәрҙе Радий Хәбиров исеменән республика Башлығы Хакимиәтенең контроль идаралығы етәксеһе Урал Фәрүәзов тәбрикләне. Байрамда шулай уҡ абруйлы ҡунаҡтар, яҡташтарыбыҙ – “Россельхозцентр”ҙың республика филиалы етәксеһе Рөстәм Кирәев, райондың почетлы граждандары Виктор Пчелинцев, Әмир Әхмәҙиев һәм Фәнил Вилданов та булды. Мәртәбәле ҡунаҡтар араһында беҙҙә район хакимиәте башлығы булып эшләп киткән Илдар Лоҡманов та бар ине.

Традиция буйынса алдынғыларҙы бүләкләү тантанаһы байрамдың иң тулҡынландырғыс мәле булды. Агросәнәғәт комплексы һәм эшкәртеүсе сәнәғәт, мәғариф, мәҙәниәт өлкәләренең, урындағы үҙидара органдарының алдынғы хеҙмәткәрҙәренә республика Башлығы Хакимиәтенең, Ауыл хужалығы министрлығы, район хакимиәтенең Почет грамоталары һәм рәхмәт хаттары тапшырылды. Районды артабан үҫтереүгә ҙур өлөш индергән күп кенә әлшәйҙәр, “Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға - 100 йыл” миҙалдарына лайыҡ булды.

Тантана мәҙәниәт һарайы артистары, сәнғәт мәктәбе, Пионерҙар йорто педагогтары һәм спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре, райондың үҙешмәкәр сәнғәт оҫталары ҡатнашлығында байрам концерты менән тамамланды. Республиканың халыҡ артисы, райондың почетлы гражданины Наил Шәймарҙановтың сығышы сараға йәм өҫтәне.

Был көндө бүләкләнеүселәр араһында урындағы үҙидара ветераны Гөлсара Сафина, “Заря” йәмғиәте агрономы, республиканың атҡаҙанған ауыл хужалығы эшсәне, Рәсәй агросәнәғәт комплексының маҡтаулы хеҙмәткәре Рамин Ғәйнетдинов, Ыҫлаҡ оҫтаһы, фермер, республиканың иң яҡшы ҡымыҙ бешеүсеһе Әлфиә Ғәниева ла бар ине.

Автор фотоһы.