Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Октябрь 2019, 12:03

Ветеринарҙар ҙа “Йәшел Башҡортостан”ға әүҙем ҡушылды

- Ағас ултыртыу – беҙҙең ойошма өсөн күптәнге матур йола, - ти ветеринария станцияһы директоры Хәлил Шәрипов.

“Йәшел Башҡортостан” тәүге тапҡыр апрелдә ойошторолғайны, Әлшәй районы ла был хәрәкәткә әүҙем ҡушылды. Район үҙәгендә һәм бөтә ауылдарҙа – урамдарҙа, парктарҙа, мәктәп һәм балалар баҡсалары территорияларында, иҫтәлекле урындарҙа, юл буйҙарында ҡайын, йүкә, миләш, ҡарағай, шыршы ағастары ултыртылды. Был изге эшкә ойошмалар, предприятиелар һәм учреждениелар хеҙмәткәрҙәре, ауыл активистары сыҡты.

Әлшәй ветеринария станцияһының бөтә коллективы, ә был илленән ашыу кеше, ҡайһы берәүҙәр хатта бөтә ғаилә ағзалары менән килде, йәшел хәрәкәткә ҙур теләк менән ҡушылды.

- Ағас ултыртыу – беҙҙең ойошма өсөн күптәнге матур йола, - ти ветеринария станцияһы директоры Хәлил Шәрипов. – Яңауыл тауҙарында беҙҙең үҙ участкабыҙ ҙа бар. Бына был ҡарағайҙарҙы ла беҙ ете йыл элек республика Ветеринария идаралығының 125 йыллығына ултыртҡайныҡ. Ул саҡта ла, бөгөнгө кеүек, акцияла бөтә коллектив, шулай уҡ ветерандарыбыҙ ҙа ҡатнашҡайны.

Был көндө район ветеринарҙары Әлшәй урмансылығы питомнигында үҫтерелгән йәнә 4 мең ике йыллыҡ ҡарағай үҫентеһе ултыртты. Урмансылыҡ етәксеһе Радмир Вилданов, участка лесничийы Венер Ханнанов һәм тракторсы Валерий Ильин да изге эштән ситтә ҡалманы. Был көндө улар яңы техниканы – махсус урман һабаны менән МТЗ-82 тракторын һынап ҡараны.

Был көндө беҙҙең доктор Айболиттар Яңауыл тауындағы ылыҫлы ағастар аллеяһын республиканың 100 йыллығына арнап ултыртты. Беҙ ағастарыбыҙҙың “хәл-торошон” күҙәтеп торасаҡбыҙ, ә инде үҫеп китмәһәләр, яңылары менән алмаштырсаҡбыҙ, ти ветеринарҙар.

Читайте нас: