- Күп фатирлы йорттағы дөйөм милеккә капиталь ремонт өсөн түләнгән взностарға компенсация алыуға яңғыҙ йәшәгән эшләмәүсе милек хужаһы йәки 70 йәшлек һәм унан өлкәнерәк йәштәге эшләмәүсе пенсионерҙарҙан торған ғаиләлә йәшәүсе милекселәр хоҡуҡлы, - тип аңлатма бирә район хакимиәтенең торлаҡ-коммуналь хужалығы бүлеге баш белгесе Вероника АФАНАСЬЕВА. – Әммә компенсация торлаҡҡа һәм коммуналь хеҙмәттәргә (Торлаҡ-коммуналь идаралығы түләүҙәренә берҙәм аҡсалата компенсация (ЕДК), субсидия) түләү буйынса социаль ярҙам алмағандарға ғына билдәләнә. Льгота 70 йәштән 80 йәшкә тиклемге яңғыҙ пенсионерҙарға – 50 процент, 80 йәштән ололарға 100 процент тәшкил итә.
Компенсация алыу өсөн һеҙгә Күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Социаль ярҙам алыуҙың тәртибе һәм шарттары тураһында халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү буйынса республика үҙәгенең Бәләбәй районы һәм Бәләбәй ҡалаһы филиалында 8 (34786) 4-04-08 телефоны аша белергә мөмкин.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, компенсацияға хоҡуҡлы булыу капиталь ремонт өсөн тулыһынса взнос түләүҙән азат итмәй. Күп фатирлы йортта йәшәй башлағас та, милеккә хоҡуҡлы бөтә милекселәр ҙә капиталь ремонтҡа сығымдарҙы мотлаҡ түләргә тейеш. Милеккә хоҡуҡ икенсе кешегә күскәндә взнос түләүгә барлыҡ йөкләмәләр (шул иҫәптән фатирҙың элекке хужаһының бурыстары ла) яңы милексегә йөкмәтелә.
Дәүләт социаль ярҙамына хоҡуғығыҙ булыу-булмауҙы республика халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәгенең rcspn.mintrudrb.ru сайтында белә, алһығыҙ, унда тәүлек әйләнәһенә “Граждандарҙың социаль ярҙамға хоҡуғы тураһында онлайн-консультант” эшләй.