Әлшәй хәбәрҙәре
-1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Октябрь 2019, 12:03

Инвалид баланы реабилитациялау өсөн сертификат

1 октябрҙән Башҡортостандың күп функциялы үҙәктәре инвалид баланы реабилитациялау өсөн сертификат алыуға ғаризалар ҡабул итә башланы.

Тимәк, ошо көндән ғаризаларҙы һәм документтарҙы йәшәгән урын буйынса яҡындағы күп функциялы үҙәккә тапшырырға мөмкин. Алдан хәбәр ителгәнсә, Башҡортостанда инвалид бала тәрбиәләгәндәр быйыл көҙҙән башлап 42 мең һумға (анығыраҡ әйткәндә, 41 722,59) сертификат алыу мөмкинлегенә эйә. Уның менән баланы реабилитациялау өсөн түләргә була.


Фото: pixabay.com
Читайте нас: