Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Октябрь 2019, 11:17

Башҡортостанда оҙон ғүмерлеләр

Пенсия фондының республика буйынса бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, әлеге ваҡытта Башҡортостанда йәшәгән 1,2 миллион пенсионерҙың 143 меңе 80 йәшен тултырған.

«Башҡортостанда 100 йәшен тултырған 176 оҙон ғүмерле кешеләрҙән быйыл 82 пенсионер үҙенең бер быуатлыҡ юбилейын билдәләне», — тип белдерҙе Рәсәй Пенсия фондының республика буйынса бүлеге идарасыһы Фоат Хантимеров. - Быйыл республикала пенсиялар һәм айлыҡ аҡсалата түләүҙәр өсөн сығымдар 169 миллиард һум тәшкил итте. 80 йәше тулған пенсионерҙар юғары пенсия алыу хоҡуғына эйә. 80 йәштән һуң 5334,19 һум күләмендәге ҡартлыҡ буйынса страховка пенсияһы, ике тапҡырға артып, 10 668,38 һум була. Пенсияны ҡайтанан иҫәпләү өсөн Пенсия фонды идаралығына мөрәжәғәт итергә кәрәкмәй, ул автоматик рәүештә башҡарыла.


Фото взята из бесплатного фотобанка.


Читайте нас: