Аҙна башында республика Башлығы Радий Хәбиров бөтә муниципалитеттарҙа ла йылытыу миҙгелен башлау тураһында аныҡ йөкләмә бирҙе. Социаль объекттарға, күп фатирлы йорттарға, ниһайәт, күптән көтөлгән йылы килде.
- Йылытыу миҙгеле 23 сентябрҙә башланды, - тип хәбәр итә район хакимиәтенең торлаҡ-коммуналь хужалығы белгесе Альбина Сәлихова. – Беҙҙә бөтәһе 71 күп фатирлы йорт, улар башлыса, район үҙәгендә, Шафранда – биш, Ким ауылында ике йорт үҙәктән йылытыла.
Белем биреү, мәҙәниәт учреждениелары объекттары, күп фатирлы йорттарҙы һигеҙ ҡаҙанлыҡ, шуның алтыһы – район үҙәгендә, уларҙы - “Әлшәй йылылыҡ селтәрҙәре” йәмғиәте, ә ҡалған икеһен “Шафран” шифаханаһы һәм Аксен агросәнәғәт колледжы ҡарамағындағы ҡаҙанлыҡтар хеҙмәтләндерә.
Бөгөн идарасы компаниялар йылылыҡ системаларынан һауа сығарыу, күп фатирлы йорттарҙа йылылыҡ режимын көйләү буйынса эш алып бара, - тине Альбина Сәрйәр ҡыҙы.