Әлшәй хәбәрҙәре
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Сентябрь 2019, 14:06

Раевка ауылында һыу таҙартыу станцияһы төҙөлә

Лаборатория тикшереүҙәренән күренеүенсә, беҙҙә һыуҙың татырлылығы -14,24 мг-экв/л, ә норма буйынса ул 7-10 мг-экв/л булырға тейеш

Район үҙәгендә эсәр һыуҙың бик үк сифатлы булмауы бер кемгә лә сер түгел. Күптәр үҙ мөмкинлектәренә ҡарап, һыуҙы эргәләге шишмәнән барып алырға тырыша. Һыу таҙартыу станцияһы төҙөү мәсьәләһе күптән инде көн ҡаҙағында.

“Таҙа һыу” федераль проектына ярашлы, эсәр һыу сифатын яҡшыртыу буйынса төбәк программаһы сиктәрендә Әлшәй, Баймаҡ, Бишбүләк, Бөрө, Благовар, Благовещен, Дәүләкән, Иглин, Ҡалтасы, Ҡыйғы, Кушнаренко, Мәсетле, Стәрлетамаҡ, Өфө, Федоровка, Хәйбулла, Саҡмағош, Шишмә райондары һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһында 29 һыу менән тәьмин итеү объектын төҙөү, реконструкциялау йәиһә яңыртыу күҙаллана. Был пландарҙы тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә республиканың 45 ауыл-ҡалаһында йәшәүсе 200 мең кеше сифатлы эсәр һыу менән тәьмин ителәсәк.

Районыбыҙҙың Раевка ауылында төбәк программаһы буйынса һыу һәм һыу үткәргесте таҙартыу станцияһы төҙөргә ниәтләйҙәр.

- Район үҙәгендә һыуҙың сифаты санитария талаптарына тап килмәй. Лаборатория тикшереүҙәренән күренеүенсә, һыуҙың татырлылығы -14,24 мг-экв/л, ә норма буйынса ул 7-10 мг-экв/л булырға тейеш, - ти район хакимиәтенең торлаҡ-коммуналь хужалығы буйынса белгесе Альбина Сәлихова. – Татырлылыҡ күрһәткесен һыуҙы таҙартып ҡына кәметеп була.

Ошо мәсьәлә буйынса район хакимиәтендә “Арион” йәмғиәте проект ойошмаһы, “Башкоммунэнерго” йәмғиәте, энергия менән тәьмин итеүсе ойошмалар вәкилдәре ҡатнашлығында кәңәшмә үтте. Унда аныҡ сроктар билдәләнеп, таҙартыу ҡоролмаһын проектлау мәсьәләләре ҡаралды.

Фото/Яндекс

Читайте нас: