Әлшәй хәбәрҙәре
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Сентябрь 2019, 18:28

Суд приставтары хеҙмәте – иғтибар үҙәгендә

Район прокуратураһы суд приставтары бүлегендә башҡарма производство тураһындағы закон талаптары үтәлешен тикшерҙе.

Сараны үткәреүгә шул иҫәптән граждандарҙың мөрәжәғәттәре лә сәбәпсе булды.

Тикшереү барышында суд приставтары ҡайһы бер башҡарма производство буйынса ваҡытында граждандарҙан бурыстарын түләтеүгә йүнәлтелгән саралар күрелмәүе билдәләнде. Мәҫәлән, бер ғаризаны ҡарағанда сроктар боҙолған, ҡайһы бер осраҡтарҙа бурыслынан алимент түләттереүҙе тәьмин итеү саралары күрелмәгән. Шулай уҡ бурыслыларҙың мөлкәтен аныҡлау һәм уларҙың түләй алыу-алмауын билдәләү буйынса башҡарма производстволарҙы нигеҙһеҙ тамамлау осраҡтары ла асыҡланды.

Суд приставтары федераль хеҙмәтенең республика буйынса идаралығы етәксеһе исеменә хоҡуҡ боҙоуҙарҙы бөтөрөү хаҡында күрһәтмә бирелде, башҡарма производстволарҙы тамамлау тураһында законһыҙ ҡарарҙар ғәмәлдән сығарылды.

Т. ПАНИЧ,

район прокуроры ярҙамсыһы.

Фото/Яндекс


Читайте нас: