Әлшәй хәбәрҙәре
-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Сентябрь 2019, 09:50

Иртәнге 7-нән һайлау участкалары эшләй башланы

Республикала 3434 участка эшләй. Һайлауҙа бөтәһе 3 миллион 049 мең 571 кеше ҡатнашыуы көтөлә.

Бөгөн Башҡортостан халҡы республика Башлығын һайлай. Был вазифаға һигеҙ кеше дәғүә итә: Радий Хәбиров – «Берҙәм Рәсәй» партияһы, Юрий Игнатьев – «Ғәҙел Рәсәй», Зөлфиә Ғайсина – «Яблоко» партияһы, Иван Сухарев – ЛДПР, Юнир Ҡотлоғужин – КПРФ, Владимир Кобзев – «Социаль ғәҙеллек өсөн Рәсәй пенсионерҙар партияһы» , Владимир Барабаш – «Гражданлыҡ көсө», Рәфис Ҡадиров – «Рәсәй патриоттары».

Бөгөн шулай уҡ Башҡортостанда йәшәүселәр урындағы үҙидараның вәкиллекле органдары депутаттарын һайлай, уларҙа 7329 депутат мандаты алмаштырыла, төрлө партияларҙан 14 мең 978 кандидат теркәлгән.

Участкаларҙа видеокүҙәтеү ойошторола. Трансляцияны «Наш выбор» сайтында ҡарарға мөмкин.

Һайлау участкалары киске 9-ға тиклем эшләй.

Һайлауға яҡынса йомғаҡ 9 сентябрҙә иртән билдәле була.

"Башинформ".