Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Сентябрь 2019, 15:56

Фермерҙарға – гранттар

Ауыл хужалығы продукцияһы етештереүселәргә ярҙам буйынса бер нисә дәүләт программаһы эшләй, унда ҡатнашыусылар араһында Әлшәй фермерҙары ла бар.

Мәҫәлән, умартасы Эльза Шафиҡова яңы эш башлаған фермерҙарға ярҙам программаһы буйынса грант алды. Йылҡысылыҡ менән шөғөлләнеүсе Нәфис Мостафин ғаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереү буйынса проекттарҙы һайлап алыу конкурсы еңеүсеһе булды. Грант алыусылар араһында ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы ла бар. Петр Николаев етәкселегендәге “Исток” кооперативы ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативының материал-техник базаһын үҫтереү программаһында ҡатнашып, һөт эшкәртеү буйынса грант яуланы.

- Был программаларҙа районыбыҙҙан ун дәғүәсе ҡатнашты. Уларҙың барыһы ла конкурсҡа үҙҙәренең бизнес-проектын тапшырҙы. Әлшәйҙәр алған гранттарҙың дөйөм суммаһы 17 миллион һумдан ашыу тәшкил итте. Аҡса күсерелде, уны ҡуллана башланылар ҙа инде, - ти мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры Илһам Зарипов.

Читайте нас: