Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Сентябрь 2019, 16:15

Йәйге каникул... 1 октябргә тиклем?

Дәүләт Думаһында йәйге каникулды 1 октябргә тиклем оҙайтырға тәҡдим иттеләр

Дәүләт Думаһында йәйге каникулды 1 октябргә тиклем оҙайтырға тәҡдим иттеләр. Бындай башланғыс менән Дәүләт Думаһы депутаты Василий Власов сығыш яһаны, тип яҙа РИА Новости.
Аңлатмалы хатта «уҡыусыларҙың һәм студенттарҙың йөкләмәһе ныҡ юғары: имтихандар июль башында ғына тамамлана һәм каникул ни бары ике ай дауам итә. Бынан тыш, уларҙың күбеһе йәй көнө эшләүҙе хуп күрә» тиелә.
Власов фекеренсә, каникулды оҙайтыу аҡса эшләргә йәки көҙ башында ял итергә барырға мөмкинлек бирер ине.
«Шулай уҡ был сара Рәсәйҙә туризмды үҫтерергә булышлыҡ итергә тейеш», — тип белдерҙе парламентарий.
Власов был теманы төбәктәрҙәге йәштәр менән тикшергән һәм улар яғынан хуплау тапҡан. Пилот проектын Хабаровск һәм Приморье крайҙарында ғәмәлгә ашырыу тәҡдиме индерелгән.