Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Август 2019, 13:00

Уҡыусы батырлығы

Башҡорт лицейының һигеҙенсе синыф уҡыусыһы Рәмзил Шәрипов йылғала батып барыусы ҡатынды ҡотҡарған

Эҫе июль көнө. Иҫке Сәпәш ауылы малайы әсәһенән төштән һуң рөхсәт һорап Дим йылғаһында һыу инергә бара. Дуҫтары уны йылға буйында көткән була. Йөҙөп барғанда, ҡапыл яр буйынан: “Малайҙар, бер ҡатын бата, ҡотҡарығыҙ!” тигән тауыш ишетә. Рәмзил, оҙаҡ уйлап тормай, ярҙамға ашыға. Йылға уртаһында ул аңын юғалтҡан ҡатынды һыу төбөнән тартып сығара, әммә уға бер үҙенә батып барыусыны алып сығыуы ауыр була. Ул ярҙа ултырған ирҙәрҙе ярҙамға саҡыра. Рәмзилдең ауылдаштары Салауат Ҡотлобаев, Алик Маликов уға ҡаршы йөҙөп киләләр. Ярға алып сыҡҡас, Зыя Биккужин Салауат менән бергә ҡатынды яһалма һулыш алдыра һәм йөрәгенә массаж яһай. “Йөрәгем 10 минут типмәгән, мин тын алмағанмын...” тип яҙа Зилә Яҡупова, социаль селтәрҙәрҙәге ВКонтакте төркөмөндә ҡотҡарыусыларына рәхмәт һүҙҙәре белдереп.

Батып барыусы ҡатынға ярҙамға ашыҡҡан Рәмзил яр буйында әсәһен ҡотҡарыуҙарын үтенеп илаған бәләкәй ҡыҙҙы яҡшы хәтерләй.

Герой улының һөйләгәнен тыңлағанда әсәһе Алма Беркен ҡыҙы ла, Рәмзилдең апаһы, аграр университет студенты Лиана ла, ҡустыһы, М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейының етенсе синыф уҡыусыһы Рәмил дә күҙ йәштәрен йәшермәне.

- Минең урында һәр кем шулай эшләр ине, - ти һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер Рәмзил.

Хакимиәт башлығы Дамир Мостафин уны әсәһе менән бергә район хакимиәтенә саҡырып, йәш геройға Рәхмәт хаты һәм иҫтәлекле бүләк тапшырҙы. Дим йылғаһында батып барған кешене ҡотҡарғаны, батырлығы һәм ҡыйыулығы өсөн шундай бүләккә лайыҡ булды ул.

Читайте нас: