Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Август 2019, 18:23

Малайҙар һәм ҡыҙҙар һаны бер тигеҙ

Йәйҙең иң йылы айы - беҙгә эҫе көндәр бүләк иткә июль дә уҙып китте.

Июль – йәй уртаһы, йылы төндәр, бесән осоро, аллы-гөллө сәскәләргә, еләк-емешкә бай миҙгел. Йылғаларҙа ла һыу йылынып өлгөрә. Июлдең 7-һенә ҡаршы төндә боронғо байрам, уны хәҙер ҙә бик күптәр ҙур теләк менән билдәләй, Иван Купала байрамы башлана. Йола буйынса йылдың был тылсымлы төнөндә усаҡ яғалар, иң ҡыйыу егет һәм ҡыҙҙар теләктәре ҡабул булһын өсөн дүрт тажлы абаға сәскәһен эҙләп урманға бара.

Ә хәҙерге йәштәр үтеп киткән июль айын – Бөтә донъя үбешеү көнө, ғаилә парҙары Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө булараҡ иҫтәрендә ҡалдырҙы. Июль атамаһы иһә ошо айҙа донъяға килгән Боронғо Рим императоры Юлий Цезарь хөрмәтенә бирелгән.

Был айҙа нисә әлшәйле донъяға ауаз һалған, ғәҙәттәгесә беҙ быны район ЗАГС бүлеге мәғлүмәттәренән беләбеҙ. Был юлы малайҙар һәм ҡыҙҙар һаны бер тигеҙ – 15-әр. Ҡайһы бер ата-әсәләр сабыйҙарына Мәҙинә, Данир, Даяна, Ника, Ләйлә исемдәрен ҡушҡан. Күптәр Ксения, Андрей, Артем, Есения исемдәренә өҫтөнлөк биргән. Былтыр ошо уҡ осорҙа сабыйҙар һаны 15-кә күберәк тыуған. Шулай уҡ никахҡа инеүселәр ҙә күберәк – 33 (быйыл - 29). Былтыр ҙа, быйыл да 13 ғаилә пары никахын тарҡатҡан. Вафат булыусылар һаны ла кәмегән. Быйыл июль айында 55 кеше яҡты донъя менән хушлашһа, 2018 йылдың ошо уҡ осоронда 64 кеше. Һуңғы ваҡытта күберәк ҡатын-ҡыҙҙар вафат булған. 31 ҡатын-ҡыҙ һәм 24 ир баҡыйлыҡҡа күскән.

Өс кеше ЗАГС бүлегенә атайлыҡты билдәләүҙе һорап мөрәжәғәт иткән, исемен алмаштырырға теләүселәр булмаған.

Читайте нас: