Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Август 2019, 17:38

Радий Хәбиров: 1 сентябрҙә республиканың бөтә мәктәптәре биш көнлөккә күсә

1 сентябрҙән Башҡортостандың бөтә мәктәптәре биш көнлөк уҡытыуға күсәсәк. Республика етәксеһе Радий Хәбиров бөгөн «Мәғариф сәғәте» барышында ошо хаҡта белдерҙе.

Уның әйтеүенсә, уҡыу планы элеккесә ҡала. Иң мөһиме, уҡытыусыларҙың хеҙмәт хаҡы кәмемәй, ә элекке кимәлдә була. Радий Хәбиров министрлыҡтың иғтибарын айырыуса «тематик шәмбеләр «мәжбүри»гә әйләнмәһен өсөн» балаларҙың ике ял көнө булырға тейешлегенә, уларҙы исем өсөн мәктәпкә саҡырырға ярамағанлығына йүнәлтте. Республика етәксеһе фекеренсә, балаларҙың ял көндәрендә спорт менән шөғөлләнеү, музейҙарға, театрҙарға йөрөү мөмкинлеге күберәк булһын өсөн спорт секциялары һәм мәҙәниәт учреждениелары үҙҙәренең эш графигын үҙгәртергә тейеш.


Материалды Мохатова Роза әҙерләне.

Фото взята из бесплатного фотобанка

Читайте нас: