Бындай осрашыуҙар һәр ваҡыт ысын байрам төҫөн алған. Йыйында дин әһелдәре һәм ырыу аҡһаҡалдары киләсәккә пландар ҡорған, ә йәштәр бер-береһе менән танышҡан. Шулай итеп яңы ғаиләләр барлыҡҡа килгән, тел һәм традицияләр ҙа һаҡланып ҡалған. Ә бөгөн инде мең ырыуы йыйыны Дәүләкән ерендә яңынан тергеҙелде һәм икенсе һулыш алды.
Ҡунаҡсыл хужалар Әлшәй, Ауырғазы, Өфө, Шишмә, Бишбүләк, Иглин райондары вәкилдәрен йыр-бейеүҙәр һәм башҡорт халкының милли ризыҡтары – сәк-сәк һәм ҡымыҙ менән ҡаршы алды. Ихлас сәләмләүҙәр, үҙешмәкәр сәнғәт оҫталарының сағыу сығыштары, мауыҡтырғыс ат сабыштары, байрамса биҙәлгән тирмәләр, халыҡ уйындары, спорт ярыштары, ижади конкурстар – былар барыһы ла һабантуй майҙанын хәтерләтте. Бында шулай уҡ боронғо кәсеп төрҙәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре лә уҙҙы.
Беҙҙең райондан был матур сараға Ҡыпсаҡ-Асҡар ауыл биләмәһе вәкилдәре барҙы, улар бөтә конкурстар һәм ярыштар һөҙөмтәләре буйынса икенсе урынды алды.