Әлшәй хәбәрҙәре
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Июль 2019, 13:08

Эрика, Айлин, Иҙел һәм Ева

Әлшәйҙәр июнь айында яңы тыуған сабыйҙарына бына шундай һирәк осрай торған исемдәр ҡушҡан.

Был айҙа ла ҡыҙҙар малайҙарға ҡарағанда күберәк тыуған (13 ҡыҙ һәм 11 малай). Сафия, Милана һәм Арыҫлан тигән исемдәр популяр булған, һирәк кенә Александр исеме лә осрай.

Былтырғы июнь айында ла, быйыл да ошо айҙа 50 кеше вафат булған. Шуларҙың 24-е – ирҙәр, 26-һы - ҡатын –ҡыҙ.

21 пар законлы никахҡа ингән. 13 ғаилә пары айырылышҡан. 5 кеше атайлыҡты билдәләүҙе һорап ЗАГС бүлегенә мөрәжәғәт иткән. Исем үҙгәртеү буйынса 1 ғариза бирелгән.

Читайте нас: