Әлшәй хәбәрҙәре
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Июль 2019, 17:45

“Ғүмер ул бер генә, бәхетем һин генә...”

Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөндә социаль-мәҙәни үҙәктә юбилейҙарын билдәләгән ғаилә парҙарын тәбрикләнеләр

Ниндәйҙер бер аҡыл эйәһе: “Ғаилә – тере шишмә ул, ғүмеребеҙ буйы унан көс алабыҙ. Ул - беҙҙең ҡәлғә, унда беҙгә һәр ваҡыт ярҙам итәсәктәр һәм йыуатасаҡтар”, тигән. Ә ғаилә усағын нимә менән сағыштырып була һуң? Туғандарыбыҙҙың һәм яҡындарыбыҙҙың хәстәрлеге һәм һөйөүе менәндер, моғайын. Шуға ла был байрам көндө бергә тормош ҡороуҙарының юбилейлы даталарын билдәләгән ғаилә парҙарын тәбрикләү осраҡлы түгел.

Изге Петр һәм Феврония кеүек, был байрам улар хөрмәтенә билдәләнә, һөйөү хистәрен юғалтмай, йылдар дауамында бер-береһенә тоғролоҡ һаҡлаған алтын юбилярҙар Роза Сәйетгәрәй ҡыҙы һәм Рәйеф Харрас улы Моратхужиндар, Сураҡай ауылынан Гөлкәүсәр Шәмсин ҡыҙы һәм Мансур Шафиҡ улы Халиҡовтар, Шафрандан Наталия Васильевна һәм Анатолий Александрович Платоновтар, Ҡаран ауылынан Мария Яковлевна һәм Вәкил Нуретдин улы Ғизетдиновтар һәм Тәүәтәйҙән бриллиант юбилярҙар Велена Нурый ҡыҙы һәм Фәсәүи Ғәфүр улы Әминевтарҙы ҡотланылар.

Бергә 15 йыл ғүмер иткән ғаилә парҙары Раевка ауылынан Земфира Рәйес ҡыҙы һәм Илгиз Фуат улы Сафиндар, Түбән Әүрездән Гүзәл Ринат ҡыҙы һәм Евгений Петрович Григорьевтар ҙа маҡтау һүҙҙәренә лайыҡ.

Улар барыһы ла татыу ғаилә ҡороп, балаларына матур тәрбиә биргән, хәҙер инде ейәндәрен ҡараша. Ә кемдер әле балаларын саҡ оло тормош юлына баҫтыра.

Ҡулға-ҡул тотоноп, ашыҡмай ғына сәхнәгә күтәрелгән олпат ғаилә парҙарын күргәс, таныш йырҙағы: “Янымда һин булғанда ғына, шатланам мин тормошҡа” - тигән юлдар күңелгә килә. Уларҙы район хакимиәте башлығы Дамир Радик улы Мостафин, район советы ветерандары президиумы ағзаһы Хәлиҙә Хәмит ҡыҙы Мортазина, “Ғаилә” район-ара үҙәге етәксеһе Марина Владимировна Кравченко, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Светлана Шамил ҡыҙы Шәрипова ихлас ҡотланы. “Бөгөн беҙ ғаилә тормошоноң алтын, бриллиант юбилярҙарын тәбрикләйбеҙ. Һеҙҙең тормош юлығыҙ гөл-сәскәле генә булмаған, һеҙ илебеҙ менән барлыҡ ауырлыҡтарҙы бергә күтәргәнһегеҙ, балалар, ейәндәр һәм бүләләр үҫтергәнһегеҙ. Ошо иҫтәлекле көнгә тиклем бер-берегеҙгә булған һөйөү хисен һаҡлап килгәнһегеҙ. Күп балалы һәм тәрбиәгә бала алған ғаиләләргә айырым рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ. Киң күңелле, оло йөрәкле, сабыр булыуығыҙ һоҡландыра, тормош усағын һүндермәй, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлап ҡалғанығыҙ өсөн рәхмәт һеҙгә!” – тине район ЗАГС бүлеге етәксеһе Лариса Тәминдәр ҡыҙы Сафина.

Район хакимиәте башлығы тантаналы шарттарҙа Моратхужиндар ғаиләһенә “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” миҙалын тапшырҙы. Миҙалдың бер яғында – изге Петр һәм Феврония, икенсе яғында һөйөү, наҙ һәм сафлыҡ символы булған ромашка сәскәһе һүрәтләнгән. Алтын һәм бриллиант юбилярҙар шулай уҡ республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтан да бүләктәр алды. Башҡа ғаиләләр ҙә иғтибарҙан ситтә ҡалманы, уларға йәштәр эштәре комитетынан бүләктәр тапшырылды.

Социаль-мәҙәни үҙәк артистары Татьяна Жуковская, Рим Сафин, Фаил Һәүбәнов, Илгиз Шәүәлиев юбилярҙарҙы ҡотлап, йыр-моңдары менән ҡыуандырҙы.

Хистәргә бирелгән, ҡулдарына аҡ сәскә гөлләмәһе тотҡан парҙар байрамса биҙәлгән фойенан ашыҡмай ғына атлай. Юҡ, уларға яратамы-яратмаймы тип, ромашка таждарын өҙөү кәрәкмәй. Уларҙың һөйөү хистәре йылдар буйына һыналған, унда уңыштары һәм шатлыҡ-көйөнөстәре лә күп булғандыр. Әммә оло мөхәббәт, тоғролоҡ, сабырлыҡ һәм бер-береңә терәк булып бәхетле ғаилә тормошо бүләк иткән.

Читайте нас: