Әлшәй хәбәрҙәре
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Июль 2019, 13:10

Сағыу тәьҫораттар, туристар усағы, ихлас аралашыуҙар

Районда уҡытыусыларҙың туристик слеты уҙҙы

Оҙаҡ көтөлгән йәй йылға буйҙарына, сәйәхәттәргә һәм экскурсияларға әйҙәй һәм ял итеүселәрҙең барыһына ла ыңғай тәьҫораттар бүләк итә. Ә районыбыҙ педагогтары был миҙгелдә йыл һайын туристик слетҡа йыйыла.

Быйыл улар Ташлы ауылы эргәһендәге матур тәбиғәт ҡосағында палаткалар ҡорҙо. Етеҙлеген, спортҡа маһирлығын күрһәтеү, ҡыҙыҡлы эстафеталар һәм конкурстарҙа ҡатнашыу, яңы уҡыу йылы алдынан бөтмәҫ мәшәҡәттәрҙән арынып бер аҙ ял итеп алыу өсөн бында 200-ҙән ашыу уҡытыусы килде.

Матур буй-һынлы, спорт кейемендәге уҡытыусы-туристар тантанаға теҙелде. Уларҙы район Советы секретары Шамил Сәлимов, мәғариф бүлеге етәксеһе Алик Вәлиәхмәтов, Пионерҙар йорто директоры Надежда Самойлова, спорт һәм йәштәр сәйәсәте комитеты рәйесе Динар Әхмәҙрисламов, халыҡ мәғарифы һәм фән хеҙмәткәрҙәре профсоюзының район ойошмаһы рәйесе Гөлшат Кашапова сәләмләне һәм алда торған ярыштарҙа уңышлы старттар, рух күтәренкелеге, яҡшы ял теләне.

Былтыр еңеү яулаусылар турслет флагын күтәрҙе. Көсөргәнешле ярыш алдынан һуңғы инструктаж үткәрелде. Быйыл педагогик хеҙмәткәрҙәрҙең спорт туризмы буйынса һигеҙенсе ярыштарында тәүге тапҡыр Шафран шифахана мәктәп-интернаты командаһы ла ҡатнашасаҡ, улар сараға йыл дауамында ентекле әҙерләнгән.

Саф һауа, ялан сәскәләре, ҡыҙарып бешкән ер еләгенең хуш еҫе, усаҡта әҙерләнгән аҙыҡ, фекерҙәштәрҙең берҙәм командаһы, ихлас аралашыу – әгәр турслет ойошторолмаһа, ҡасан былай йыйылырҙар ине әле?! “Туристар слеты хис-тойғоларҙы яңырта”, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр бит.

А төркөмөнә һәр ваҡыттағыса урта мәктәптәр, Б төркөмөнә төп дөйөм белем биреү мәктәптәре инде. “Ҡаршылыҡтар һыҙаты” эстафетаһында башҡорт лицейы һәм Ғәйнәямаҡ мәктәбе уҡытыусылары иң яҡшы һөҙөмтә күрһәтте. Ғәйнәямаҡ һәм Раевка гимназияһы командалары резина кәмәлә ишкәк ишеү буйынса ярыштарҙа уңышҡа өлгәште. Туристар һуҡмағында лицейсылар һәм ниғмәтуллалар ал бирмәне. Билдәле бер ваҡыт эсендә төйнәп бәйләү буйынса директорҙар конкурсында Түбән Әүрездән Ринат Шәйбәков менән Ҡармыштан Илдар Әхтәмов иң етеҙҙәре булды.

Мәғариф бүлегенә ебәрелгән сағыу видеороликтар һәм фотоларҙы ҡарап, 2018 йылғы туристик слетты иҫтәренә төшөрҙөләр. Был конкурста Шафран, Ғәйнәямаҡ, гимназия һәм Красный Клин мәктәптәре командалары еңеүсе тип табылды.

Яланда усаҡта бешкән аҙыҡтан да тәмлерәк ризыҡ бармы икән? Хатта ябай ғына картуф та бында бик тәмле булып бешә. 2-се мәктәп, гимназия, Никифар урта мәктәбе, Ҡармыш, Шафран шифахана мәктәп-интернаты һәм Мәндән ауылы командалары иң яҡшы аш-һыу оҫталары тип билдәләнде.

А төркөмөндә бөтә төр ярыштар буйынса команда беренселегендә М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейы, 2-се мәктәп, Никифар мәктәптәре шул нисбәттә беренсе, икенсе һәм өсөнсө урындарҙы алды. Б төркөмөндә иһә Красный Клин, Ғәйнәямаҡ һәм Ниғмәтулла командалары призлы урынға сыҡты.

Быйылғы слет та уҡытыусыларға яҡшы кәйеф, көс-дәрт һәм сағыу тәьҫораттар бүләк итте. Яңынан осрашҡанға тиклем!

“Беҙ булдырабыҙ!”.

Читайте нас: