Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Июль 2019, 18:40

Бассейнлы буласаҡбыҙ

Раевкала "Башҡортостандың 100 йыллығына - 100 объект" республика программаһы сиктәрендә бассейнлы физкультура-һауыҡтырыу комплексын төҙөү эштәре алып барыла.

Көҙ айында файҙаланыуға тапшырыласаҡ бассейнда район үҙәге балалары ғына түгел, ә күрше ауылдарҙыҡы ла рәхәтләнеп һыу инеп, һаулығын нығытасаҡ.



Мөһим объекттың заказсыһы – Башҡортостан Республикаһының капиталь төҙөлөш идаралығы, ә подрядсыһы – ГТ БНЗС-ның 5-се төҙөлөш фирмаһы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте.


Проектҡа ярашлы, спорт комплексы биләмәһендә 25 метр оҙонлоғонда дүрт юллыҡ ябыҡ бассейн, баскетбол, волейбол, гандбол һәм мини-футбол уйнау өсөн спорт залы, заманса һыу таҙартыу ҡоролмалары менән сисенеү, йыуыныу бүлмәләре буласаҡ.


Объекттың хаҡы 150 миллион һумдан ашыу тәшкил итә. Бөгөн төҙөлөш эштәре тотҡарлыҡһыҙ алып барыла, кәрәкле материалдар ваҡытында килтерелә.