Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Июль 2019, 13:08

Спорт менән шөғөлләнһәң – көсөң артыр

Раевка ауылының балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә көндөҙгө “Ҡояшлы ил” лагеры эшләй.

- Беренсе сменала беҙҙең лагерҙа 50 бала йәйге ялын күңелле һәм файҙалы үткәрҙе, - ти лагерь етәксеһе Татьяна Богославская. – Баскетбол, карате, шахмат, өҫтәл теннисы һәм дзюдо буйынса дәрестәр уҙҙы. Балалар шулай уҡ район һабантуйында, төрлө спорт сараларында ҡатнашты, ГТО комплексы нормативтарын үтәне. Шишмә ҡасабаһына бассейнға барҙыҡ, Шафран ауылындағы Туғандар ҡәберлегендә лә булдыҡ. Лагерҙы ябыу тантанаһына балалар бик матур концерт әҙерләне, бер-береһенә бүләктәр биреште, - тип өҫтәне Татьяна Николаевна.

Бөгөн “Ыласын” спорт һарайы элеккесә шау-гөр килеп тора – икенсе смена дауам итә, ә алда - тағы ла бер смена. Дуҫтарың менән ял итеп, яратҡан спорт төрө менән шөғөлләнеү һәм яңы уҡыу йылына көс туплау үҙе ни тора!

Читайте нас: