Әлшәй хәбәрҙәре
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Июль 2019, 11:38

Турист һуҡмаҡтары буйлап

Түбән Әүрез ауылы эргәһендә уҡыусыларҙың спорт туризмы буйынса 62-се ярыштары уҙҙы.

Уҡыусылар сараға бөтә уҡыу йылы дауамында әҙерләнә, сөнки был ярыштар командаларҙы берләштерә, спорт рухы һәм сәм өҫтәй, йәш йөрәктәрҙә романтика хисе уята. Ҡыҫҡаһы, ошо көндө улар түҙемһеҙлек менән көтөп ала.

Бик матур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан палаткалы лагерға район мәғариф учреждениеларынан 180-дән ашыу малай һәм ҡыҙ йыйылды.

Лагерҙы асыу тантанаһы башланыр алдынан беҙ Әлшәй телевидениеһынан коллегам Илфаҡ Фарызов менән урман ситендәге лагерь буйлап үттек, остаздары етәкселегедә спорт һынауҙары үтергә, туристарға хас күнекмәләрҙе, урында ориентирлашыу оҫталығын күрһәтергә әҙер үҫмерҙәрҙең асыҡ һауалағы тормошо менән таныштыҡ.

Берәүҙәрҙең котелоктарҙа сәйҙәре ҡайнай, аш бешә, ә икенселәр иһә күптән инде компот та ҡайнатҡан, төшкө аштары ла әҙер. Үҙҙәре менән гитара алырға ла онотмағандар. Бына, Мәндән уҡыусылары беҙ бөгөн “Перевал”ды йырлаясаҡбыҙ, тип ихлас йылмайышып ултыра.

Сараны асыу тантанаһына слетта ҡатнашыусылар төҫлө флажоктар менән биҙәлгән ҙур аҡланға йыйылды. Район хакимиәте башлығы урынбаҫары А. Т. Солтанғолов, мәғариф бүлеге етәксеһе А. Т. Вәлиәхмәтов, элекке турист, Пионерҙар йорто директоры Н. А. Самойлова, спорт һәм йәштәр сәйәсәте буйынса комитет рәйесе Д. М. Әхмәҙрисламов сарала ҡатнашыусыларға сәләмләү һүҙҙәре менән мөрәжәғәт итте. Артабан 70-се республика туристар фестивалендә педагогтар Фларит Ризуанов, Рәнүс Мөхтәров, Альбина Якушенко һәм Зилә Йәлилова етәкселегендә ҡайһы бер ярыш төрҙәре буйынса призлы урындар яулаған район йыйылма командаһын - башҡорт лицейы, гимназия, Аксен, Ыҫлаҡ һәм Никифар урта мәктәптәре уҡыусыларын бүләкләнеләр.

Балаларҙы быйыл да мауыҡтырғыс программа: “Йәйәүлеләр өсөн дистанция”, тыуған яҡты өйрәнеүселәр конкурстары, “Турист күнекмәләре һәм көнкүреше”, командалар менән таныштырыу көттө. Инструктаж үткәндән һуң малайҙар һәм ҡыҙҙар ярыштарҙа үҙ көсөн һынап ҡараны. Тейешле ваҡытта һәм ҡағиҙәләрҙе боҙмай текә урынға күтәрелеү һәм төшөү, бүрәнә буйлап һәм аҫылмалы ҡоролма буйлап йылға аша сығыу еңел булманы, әлбиттә, ләкин йәш туристарҙың күбеһе заданиены уңышлы башҡарып сыҡты. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һауа торошо сараны үткәреүгә үҙ төҙәтмәләрен индерҙе, әммә берҙәмлек рухы уҡыусыларға һәм уларҙың остаздарына был һынауҙы ла уңышлы үтергә ярҙам итте. Ярыш һөҙөмтәләре буйынса Пионерҙар йортоноң туристик йүнәлештәге берекмәләре араһында дөйөм команда беренселегендә шәхси дистанцияла Аксен урта мәктәбенең “Йәш турист” берекмәһе командаһы (педагогы А. Р. Якушенко), шулай уҡ Ыҫлаҡ урта мәктәбе командаһы (Р. Р. Мөхтәров) һәм Ниғмәтулла төп дөйөм белем биреү мәктәбе командаһы (Ш. М. Әхмәтов) еңеүсе булды.

“Ялан шарттарында туристар көнкүрешен яҡшы ойошторған өсөн” номинацияһында Ҡырым, Ҡыпсаҡ-Асҡар, Никифар, Ниғмәтулла мәктәптәре, М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейы һәм Раевка 2-се урта мәктәбе билдәләп үтелде.


Читайте нас: