Меңләгән бәләкәй ауылдар кеүек ул да ошондай яҙмышҡа дусар булған. Әммә элек Дәүләттә йәшәгән кешеләрҙең һәм уларҙың балалары өсөн ауыл юғалмаған, мәңге онотолмаҫ бер йыр булып, күңелдәрендә һаҡлана.
Күптән түгел Дәүләт ауылына илебеҙҙең һәм республиканың төрлө төбәктәренән ҡасандыр ошо хозур төбәктә тыуып үҫкәндәр һәм уларҙың балалары йыйылды. Заманса кәртәләп алынған һәм ауылға нигеҙ һалыусыларҙың береһе Мифтах Ҡаһармановтың ейәндәре һәм бүләләре көсө менән төҙөкләндерелгән зыяратта Мифтахтың баҡыйлыҡҡа күскән ҡыҙҙары рухына Ҡөрьән аяттары уҡылды. Артабан “Дегет баҙы” тип йөрөтөлгән шишмәлә булды. Был урында элек ҡайын туҙынан дегет ҡайнатып һағыҙ яһағандар. Дәүләттәрҙең тәбиғи һағыҙы тәмле лә, файҙалы ла булған. Ата-бабаларыбыҙ ошо кәсепте үҙләштереп, хуш еҫле ҡара һағыҙҙы һатыуға ла сығарған.
Мин, был юлдарҙың авторы, бөгөн Федоровка районының Федоровка ауылында йәшәйем, күп йылдар агросәнәғәт комплексы системаһында етәксе булып хеҙмәт һалдым. Үҙебеҙҙең Дәүләт ауылы, унда йәшәгән кешеләр тураһында ҡыҫҡа ғына хикәйәләр менән ҙур булмаған китап баҫтырып сығарҙым. Китапты таратҡанда мин Ҡаһармановтар нәҫеленән ҡыҙҙарға, тамырҙары менән ошо Дәүләт ауылынан булған Аксен агросәнәғәт колледжы директоры, ауыл хужалығы фәндәре докторы Ришат Әбделвәлиевҡа изге эштәре, ауыл зыяратын, иҫтәлекле урындарҙы төҙөкләндереүгә ҙур көс һәм тырышлыҡ һалғандары өсөн ихлас рәхмәттәремде белдерҙем.
Ҡасан да булһа бында хатта экскурсияларға килерҙәр, тип уйлайым. Беҙҙең “Дегет баҙы” шишмәһе бөгөн үҙенең матурлығы, төҙөклөгө менән һоҡландыра һәм һыуының составы буйынса Миәкә районындағы Нарыҫтау шишмәһенән бер ҙә ҡалышмай.
Тыуған ауылыбыҙ йөрәктәрҙән сыҡмай. Уны балаларыбыҙ ҙа, ейәндәребеҙ ҙә онотмаҫ, ошо изге ерҙә бергә йыйылып осрашыуҙар үткәрер, ә Дәүләт ауылы тарихы быуындан-быуынға тапшырылыр.
Автор фотоһы.