Әлшәй хәбәрҙәре
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Июль 2019, 17:14

Диңгеҙҙә йәнә фажиғә

Фото: mail.ru Баренцев диңгеҙендә, һыуға төшөрөлгән аппаратта янғын сығыу сәбәпле, 14 диңгеҙсе һәләк булды.

Оборона министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, үлем сәбәбе – яныу матдәләре менән ағыуланыу. Һәләк булғандар араһында ете I ранг командиры, ике Рәсәй Геройы бар. Рәсми хәбәрҙә “ғәҙәттән тыш хәл тыуғансы, моряктар тәрәнгә төшә торған ғилми-тикшеренеү аппаратында тәрәнлекте үлсәү менән шөғөлләнгән” тиелә. Дүшәмбе булған фажиға 2008 йылдан алып һыу аҫтындағы иң ҙуры иҫәпләнә. 2008 йылда “Нерпа” һыу аҫты карабында егерме кеше һәләк булғайны. Ә иң ҙур фажиғәне күптәр һаман онотмағандыр – 2000 йылда “Курск”та 118 кешенең ғүмере өҙөлдө.


Читайте нас: