Әлшәй хәбәрҙәре
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Июль 2019, 17:38

Дарья барыһын да аптыратты

22 – 29 июндә Мордовияла ер һөрөү буйынса VIII Рәсәй асыҡ чемпионаты үтте.

Унда Башҡортостандың Мәләүез районынан Илдар Ишәкәев, Стәрлетамаҡ районынан Римир Ғиззәтуллин, Бәләбәй механизация һәм электрификация колледжынан Дарья Тураева ҡатнашты. Көсөргәнешле ярышта Илдар Ишәкәев барлыҡ талаптарҙы уңышлы башҡарып, финалға үтһә лә, тәүге урынды яулай алманы.


Ә бына Дарья Тураева "Һабан батшабикәһе" тигән номинацияла махсус бүләккә лайыҡ булды. Ул илдең 45 төбәгенән төрлө оҫталыҡҡа көс һынашҡан 58 тракторсы араһында берҙән бер гүзәл зат.
Фото/яндекс
Читайте нас: