Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Июнь 2019, 12:07

Тыуым арта

Биш айҙа республиканың туғыҙ районында тыуым артыуы күҙәтелә. Шуныһы ҡыуаныслы, улар араһында Әлшәй районы ла бар.

БР юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәренә ярашлы, беҙҙә тыуымдың артыуы 6,5 процент тәшкил итә.

Әгәр 2018 йылдың майында районда 30 сабый донъяға килһә, әле - 38 бала (20 ҡыҙ һәм 18 малай), тип хәбәр иттеләр ЗАГС бүлегендә. Һаман да София, Никита, Эмиль исемдәре популяр булып ҡала, шулай уҡ Есения, Сабира һәм Эйнар исемдәрен һайлаусылар ҙа арта бара.

Вафат булыусылар һаны кәмегән. Майҙа 47 әлшәйле (былтыр – 56) баҡыйлыҡҡа күсте, уларҙың 20-һе – ир-егеттәр һәм 27-һе ҡатын-ҡыҙ.

Ә бына йәштәр ни өсөндөр ғаилә ҡорорға ашыҡмай. Ни бары 7 пар рәсми рәүештә никахтарын теркәгән (былтыр майҙа 16 булған) һәм ...шунса уҡ ғаилә лә тарҡалған. 11 кеше атайлыҡты билдәләүҙе һорап мөрәжәғәт иткән.


Читайте нас: