Әлшәй хәбәрҙәре
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Июнь 2019, 12:23

Берҙәмлек һабантуйы

“Берҙәмлек” вәкилдәренең экзотик сығыштары бик сағыу булды һәм күңелдә онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдырҙы. Әммә был тантананың төп хужалары, әлбиттә, игенселәр булды.

Яҙғы баҫыу эштәре тамамланыу менән элек-электән бөтә халыҡ бергә йыйылып, һабан байрамы үткәргән. Быуаттар дауамында был байрамдың үҙ йолалары һәм традициялары барлыҡҡа килгән, һәр яңы быуын, уларға ниндәйҙер айырым элементтар өҫтәгән, яңылыҡ индергән.

Быйыл барыбыҙ ҙа яратҡан халыҡ байрамы айырыуса матур уҙҙы. Традицион уйындар, милли көрәш һәм конкурстар менән бер рәттән, майҙанда сағыу бер ваҡиға - милли мәҙәниәттәрҙең “Берҙәмлек-Содружество” халыҡ-ара фестивален асыу тантанаһы ла үтте. Әлшәй еренә хөрмәтле ҡунаҡтар – Фольклор фестивалдәр һәм традицион сәнғәттәрҙең халыҡ-ара советы президенты Филипп Боссан һәм Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек буйынса CIOFF ағзалары, Белоруссия, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Көньяҡ Корея, Македония, Чили, Шри-Ланка, Сенегал һәм башҡа илдәрҙән ижади коллективтар килгәйне. “Берҙәмлек” вәкилдәренең экзотик сығыштары бик сағыу булды һәм күңелдә онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдырҙы. Әммә был тантананың төп хужалары, әлбиттә, игенселәр булды.

Һәр ваҡыттағыса, һабантуй башланыуын белдереп һәм байрам кәйефен тыуҙырып, ҙур флешмоб үтте. Унда районыбыҙҙың даны һәм ғорурлығы булған күренештәр асыҡ сағылды. Һабантуйҙы элек-электән аҡһаҡалдар асҡан, быйыл был хоҡуҡ ауыл хужалығы ветераны Анатолий Кадысевҡа, райондың почетлы гражданины Фәрит Хәйбрахмановҡа һәм хәрби-диңгеҙ флоты ветераны Октябрь Ғәниевҡа бирелде. Иң яҡшы спортсылар һәм алдынғы ауыл эшсәндәре оҙатыуында флагты фермер Наил Ғәлиәкбәров менән “Башҡортостан игенселек компанияһы” механизаторы Рөстәм Хәйретдинов күтәрҙе.

Игенселәрҙе тәбрикләп, район хакимиәте башлығы Дамир Мостафин, Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы етәксеһе Андрей Хомяков, Дәүләт Думаһы депутаты Алексей Изотов, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Антон Матренин, мәҙәниәт министры етәксеһе урынбаҫары Наталья Лапшина изге теләктәрен еткерҙе. Артабан да эштәрендә уңыштар теләп, хеҙмәт алдынғыларына лайыҡлы наградалар тапшырыла.

Ауыҙ-тел ижады хазиналары

“Берҙәмлек” фестивален асыу тантанаһы, ул быйыл ун бишенсе тапҡыр уҙҙы, ысын Бразилия карнавалын хәтерләтте. Сағыу костюмдар, төрлө ил халыҡтарының дәртле бейеүҙәре, күңелле музыка, йырҙар, был тиклем экзотик күренештәргә хайран ҡалып, бар халыҡ тын да алмай тамашаны күҙәтте. Филипп Боссан билдәлә-үенсә, фестиваль 2020 йылда республикала уҙасаҡ Бөтә донъя фольклориадаһының үҙенсәлекле репетицияһына әйләнде.

- Ер йөҙөндәге бөтә кешеләрҙе, ниндәй милләттән, ниндәй расанан булыуҙарына ҡарамаҫтан, мәҙәниәт берләштерә. “Берҙәмлек” фестивале –ярыш түгел. Ул – фольклор, изгелек һәм дуҫлыҡ байрамы. Уның маҡсаты - ерҙә йәшәүсе халыҡтар араһында тыныслыҡ тантана итһен өсөн кешеләрҙе берләштереү, - тине CIOFF комитеты президенты Филипп Боссан.

Был матур тамашаны Әлшәй гүзәлдәре – “Һылыуҡай” республика конкурсы еңеүселәре Әлфинә Кашапова менән Ләйлә Шәкүрова алып барҙы.

Карнавалдан - ат сабыштарына

Һабантуйҙың йөҙөк ҡашы булған бәйге майҙандан тантаналы рәүештә хеҙмәт алдынғылары колоннаһы үткәс башланды. Бына һыбайлылар ярһыу сабыш аттарында ҡулса юлдан елдәй етеҙ елеп үтә. Әммә уңыш, һәр ваҡыттағыса, көслөләргә генә түгел, бындай бәйгеләрҙә йыш ҡатнашып, тәжрибә алған һыбайлыларға ла йылмайҙы.

Тамашасылар тағы ла бер традицион ярыш – бригадирҙар конкурсын түҙемһеҙләнеп көттө. Тәүҙә атты туғарып егергә һәм ике тоҡ иген фуражы тейәп, 1600 метр араны үтергә кәрәк ине. Бында инде бригадирҙарҙан оҫталыҡ ҡына түгел, етеҙлек тә талап ителде. Ярышта Ғәлиәкбәров крәҫтиән-фермер хужалығы бригадиры Алмаз Әхмәтйәнов еңеү яуланы, Сергей Карпов (“Заря”) – икенсе һәм Зөлфәт Фазылов (“Раевка” йәмғиәте) өсөнсө урынды алды.

Ә был матур тамашала быйыл беренсе тапҡыр беҙҙең коллегабыҙ, “Әлшәй” телевидениеһы директоры Илфаҡ Фаризов үҙен комментатор сифатында ла һынап ҡараны. Афарин, уңыштар теләйбеҙ уға!

Бил бирмәҫ батырҙар һәм йүгеректәр

Көрәшселәр араһында ла бәйге ҡыҙғандан-ҡыҙҙы. Мауыҡтырғыс милли көрәш алымдарын күрһәтеп, Флүр Кәримов (60 килограмға тиклем), Алмаз Еникеев (70 кг), Салауат Йосопов (80 кг), Азат Ҡотлозаманов (90 кг) һәм Айтуған Әхмәтов (90 килограмдан ашыу) еңеү яуланы. 1600 метрға еңел атлетика уҙышында ир-егеттәр араһында Илнар Йәғәфәровҡа, ә гүзәл заттарҙан Арина Мортазинаға тиңдәр булманы.

Тирмәләр ҙә ҡунаҡ ҡаршыланы

Һабантуй ҡыҙғандан-ҡыҙҙы. Тирмәләр ҡаласығында ла тормош ҡайнаны. Ауыл хужалығы предприятиелары, фермер хужалыҡтары һәм ауыл биләмәләре быйыл да береһенән-береһе уҙҙырып, тирмәләр ҡорған, милли ризыҡтар әҙерләгән, төрлө кәсеп өлгөләрен ҡуйған, улар милли уйындар, йыр-бейеү менән ҡунаҡтар ҡаршыланы. Жюри быйыл да Аксен агросәнәғәт колледжы тирмәһен иң яҡшыһы тип билдәләне, икенсе – “Заря” йәмғиәте, “Башҡортостан игенселек компанияһы” өсөнсө урында.

Спорт майҙансыҡтарында ла көсөргәнешле ярыштар барҙы. Күңелле конкурстар, бәйгеләр, уйындар һәм аттракциондар, һәр ваҡыттағыса, бик күптәрҙе үҙенә йәлеп итте. Әлшәйҙәр менән бер рәттән, был ярыштарҙа CIOFF президенты Филипп Боссандан башлап, һабантуйға килгән сит ил ҡунаҡтары ла үҙ көстәрен һынап ҡараны. Улар етеҙ генә ҡапҡаға туп, шайба ырғытты, кемуҙарҙан арҡан тартышты.

Ә кескәйҙәр үҙ майҙансығында күңел асты. Балалар һабантуйында башҡорт, рус, татар, украин этноихаталары ҡуйылған, унда халыҡ көнкүреше һәм кәсептәре менән танышырға мөмкин ине. Оҫталар ҡаласығы, бер миҙгелгә артист булыу мөмкинлеге биргән театр майҙансығы, теләһәң, йүгереүҙә, көрәштә, гер һәм армспортта рекордтар ҡуй, теләйһең икән, “Халыҡ уйындары каруселендә” әйлән йәки йомаҡ ҡойоп, Әлшәй сувенирын ал. Ә ҡыйыуыраҡ булһаң, концертта ҡатнашып, Тылсымлы таш янында сит ил ҡунаҡтары менән фотоға төш.

Дуҫлыҡ келәме

Сит ил ҡунаҡтары сығыш яһаған байрам сәхнәһе янына яҡын барырлыҡ түгел ине. Яҡташыбыҙ Рөстәм Ғиззәтуллиндың Әлшәйгә арналған дәртле йырын “Берҙәмлек”тә ҡатнашыусылар ҙа күтәреп алды. Ә йәнәшәләге тирмәлә тынлыҡты туҡыу станогы тауышы ғына боҙа. Бында “Быуаттарҙы-быуаттарға бәйләп...” башҡорт балаҫы республика конкурсы уҙа. Өфө, Бөрө, Сибай, Салауат, Октябрьский ҡалаларынан, Миәкә, Архангель, Ғафури, Бишбүләк һәм, әлбиттә, беҙҙең райондан егерме ике ҡатнашыусы балаҫ аҫалауҙа ярышты. Жюри ағзалары һәм тамашасыларҙың күҙ алдында ябай ғына ептәрҙән һоҡланғыс биҙәктәр хасил булды. Аҫалы балаҫ һуғыусылар араһында беҙҙең Зәкирә Воронцоваға тиңдәр булманы, ул фестивалдең төп призын алды. “Буй балаҫ” номинацияһында Бөрөнән Рәзилә Ғәрифуллина еңде. Әйткәндәй, ул да беҙҙеке, Торонтайышта тыуып үҫкән. Лауреат исеменә лайыҡ булғандар араһында Ҡармыш ауылынан Лилиә Сәлимгәрәева ла бар. “Ағиҙел” башҡорт художество кәсептәре предприятиеһы һәм район мәҙәниәт бүлеге сарала ҡатнашыусыларға иҫтәлекле бүләктәр һәм приздар тапшырҙы.

Һабантуй ҡунаҡтары ла туҡыусылар тирмәһендә булып, “Дуҫлыҡ келәме”н һуғыуға үҙ өлөшөн индерҙе. Оҫталар ихатаһында улар онотолоп китеп, Минлеғәфүр Зәйнетдиновтың ҡумыҙ сиртеүен тыңланы, башҡорттарҙың музыка ҡоралдары, милли кейемдәр һәм биҙәүестәре яһаусы халыҡ оҫталары менән танышты, ағастан һәм кейеҙҙән эшләнгән әйберҙәрҙе ҡараны. Бейә һауып, ҡымыҙ бешеү ҙә ҡунаҡтарҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты, был кәсепте Ыҫлаҡ ауылынан йылҡы үрсетеүсе фермер Айрат Ғәниев тәҡдим итте.

Аксен агросәнәғәт колледжы йәнә чемпион!

Артистар ҙа, тамашасылар һәм спортсылар ҙа түҙемһеҙләнеп, һабантуй һөҙөмтәләрен көттө. Дөйөм иҫәпкә, йылдағыса, 1600 метрға еңел атлетика кросы, милли көрәш, ат сабыштары һәм тирмәләр конкурсы индерелде. 2019 йылдың һабантуй еңеүсеһе тип Аксен агросәнәғәт колледжы (етәксеһе Р. Р. Әбделвәлиев) танылды. Чемпионға бүләккә сапҡысы һәм арбаһы менән мотоблок, ә икенсе урын өсөн “Башҡортостан игенселек компанияһы”на (Ю. В. Оренбуркин) һыуытҡыс, өсөнсө урынға сыҡҡан “Заря” йәмғиәтенә (Н. М. Әминев) бензинда эшләүсе генератор тапшырылды.

Шаулап-гөрләп быйылғы һабантуй ҙа уҙып китте, әммә уның иң сағыу миҙгелдәре бик оҙаҡ хәтерҙә һаҡланыр әле.


Читайте нас: