Ярты йыл элек республика кәңәшмәһендә ошо хаҡта һүҙ барғайны. Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров муниципаль райондар һәм ҡала округтары башлыҡтары менән ауылдарҙа тәүге медицина-санитария ярҙамы күрһәтеүҙе ойоштороу мәсьәләһе буйынса фекер алышты. Ул фельдшер-акушерлыҡ пункттарына барып, ҡоролмаларҙың техник торошон баһаларға, медицина хеҙмәткәрҙәренең эш шарттары менән танышырға тәҡдим итте.
Беҙҙең районда ла фельдшер-акушерлыҡ пункттарына рейдтар ойошторолдо. Асыҡланыуынса, күп кенә биналарға инженерлыҡ селтәрҙәре лә үткәрелмәгән. Скважиналар бырауланмаған, һыу үткәргес тә, канализация ла юҡ.
- Фельдшер-акушерлыҡ пункттарын ремонтлау һәм яңыртыу проблемаһы бөгөн айырыуса көнүҙәк, - ти Раевка үҙәк район дауаханаһы баш табибының медицина бүлеге буйынса урынбаҫары Зөһрә Нурулла ҡыҙы Нәбиуллина. – Бөтәһе үҙәк район дауаханаһына 39 фельдшер-акушерлыҡ пункты инә. Уларҙың 21-ендә тышҡы һәм эске һыу үткәргес һәм канализация селтәрҙәре үткәрергә, санитар-техник приборҙар урынлаштырырға һәм косметик ремонт эшләргә кәрәк. Биналарҙы төҙөкләндереүҙе апрелдә башланыҡ һәм бөгөн ул тамамланыуға яҡынлаша.
Һөнәри байрамдары алдынан беренселәрҙән булып Шишмә ауылында урынлашҡан Яңы Раевка фельдшер-акушерлыҡ пунктында ремонт эштәре тамамланды. Пункт элекке мәктәп бинаһында урынлашҡан, унда һыу ҙа, канализация ла булмаған. Фельдшер Гөлназ Хөсәйеноваға ҡойоға һыуға йөрөргә тура килгән.
Фельдшер-акушерлыҡ пунктын төҙөкләндереүгә күпме көс һәм тырышлыҡ һалынған. Һыу, канализация үткәрелгән. Ойоштороу мәсьәләләрен Ибрай ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Гөлсара Сафина үҙ өҫтөнә алғанды. Уға, элекке федьдшер булараҡ, ауыл медицина хеҙмәткәренең проблемалары ят түгел.
Был изге эштә ҡатнашҡандарҙың исем-шәрифтәрен дә әйтеп үтәйек. Линда ауылында йәшәүсе Азамат Илмурзин үҙенең тракторында һыу үткәреү өсөн соҡор ҡаҙыһа, Яңы Сәпәштән Ринат Аҫылғужин монтажлау эштәрен башҡарған. Тимерйәр Сафин, Хәниф Бикташев һәм башҡалар территорияны таҙартырға ярҙам иткән, ағастарҙы киҫкән. “Башҡортостан игенселек компанияһы” йәмғиәте управляющийы Рәшит Солтанов та техника бүлеп, ҙур ярҙам күрһәткән. Төҙөкләндереү эштәрен ҡыҫҡа ваҡытта - ике аҙнала атҡарып сыҡҡандар. Күмәкләгән – яу ҡайтарған, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр шул.