Әлшәй хәбәрҙәре
+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Май 2019, 11:07

Рәсәйҙә һуғыш еле ҡағылмаған ғаилә юҡ

Әлшәй ветерандары Мәскәүҙә “Үлемһеҙ полк” сафында йөрөнө

Был гражданлыҡ-патриотик акцияла ҡатнашыу өсөн саҡырыу ҡағыҙын Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Рәшит Ғәлинур улы Ғөбәйҙулин һәм уны оҙатып йөрөүсе Сәүгән Бәҙретдин улы Тажиев алды. Улар ошо онотолмаҫ сәфәргә бәйле тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

- 9 Майҙа Ҡыҙыл майҙанда Бөйөк Еңеүҙең 74 йыллығы уңайынан үткәреләсәк тантаналарға исемле саҡырыу ҡағыҙҙары буйынса ғына эләгергә мөмкин ине. Мәскәүгә барыуҙа беҙгә район ветерандар советы рәйесе Фәрит Ғөбәй улы Хәйбрахманов ҙур ярҙам күрһәтте. Быға тиклем дә беҙ Рәшит Ғәлинур улы менән үҙ инициативабыҙ буйынса баш ҡалаға, шулай уҡ Волгоградҡа, Санкт-Петербургҡа һәм Ҡазанға барғаныбыҙ бар ине. Илебеҙ Президенты указына ярашлы, май байрамдарында һуғыш ветерандары һәм инвалидтары, уларҙы оҙатып йөрөүселәр өсөн бөтә Рәсәй территорияһында тимер юл транспортында бушлай йөрөү индерелде. Силәбе-Мәскәү поезында беҙҙе яҡты йөҙ менән ҡаршы алдылар, бүләктәр тапшырҙылар. Баш ҡалаға килеү менән, юлға беҙ 3 майҙа сыҡтыҡ, шунда уҡ Ҡазан вокзалындағы Ҡунаҡтар бүлмәһенә алып киттеләр, артабан Измайловолағы ҡунаҡхана комплексына, “Гамма” ҡунаҡханаһына илтеп ҡуйҙылар. Беҙ Урта Азия, Ҡырым, Түбәнге Новгород һәм Владивостоктан килгән делегация төркөмөнә эләктек. Ҡырым ветерандары менән 2017 йылда осрашҡайныҡ инде. Көн һайын ҡала буйлап экскурсиялар ойошторолдо, һәр кем теләге буйынса музейға, филармонияға һәм концерт залдарына бара алды, -тип тәьҫораттары менән уртаҡлаша С. Тажиев.

- Ысынлап та, бөтәһе лә бик яҡшы булды, хатта ҡайтҡы ла килмәй башланы, - тип дауам итте Рәшит ағай Ғөбәйҙуллин. – 9 Майҙа Лужникиға экскурсиянан һуң автобуста беҙҙе Ҡыҙыл майҙанға, ҡунаҡтар трибунаһына алып барҙылар. Унан һуң миллиондарса халыҡ менән “Үлемһеҙ полк” сафында йөрөнөк, ул өс сәғәт дауам итте. Хәрәкәт Тверь урамынан “Пушкин” метроһы эргәһенән башланды. Унан инде Кремль яғына боролдоҡ. “Үлемһеҙ полк”та халыҡтың күплеге хайран ҡалдырҙы. Бик кәрәкле акция был. Йәштәр Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында алышҡан олатайҙарын һәм ҡарт олатайҙарын онотмаһын, башҡа бер ваҡытта ла бындай утлы яуҙар булмаһын өсөн.

Хәтерегеҙҙәлер, “Үлемһеҙ полк”тың тарихы Төмәндә 2007 йылда башланды, унда тәүге тапҡыр ойошторолған был хәрәкәт “Еңеүселәр парады” тип аталды. 2015 йылда ул дөйөм Рәсәй акцияһына әйләнде. Бөгөн кешеләр төрлө ҡала һәм райондарҙа бындай марштарға фронтовик туғандарының фотоһүрәттәрен тотоп сыға. Яҡташыбыҙ, 80 йәшлек Сәүгән Тажиев та яу ҡырында хәбәрһеҙ юғалған атаһы Бәҙретдин Сәйфетдин улының портретын тотоп Ҡыҙыл майҙан буйлап үткән.

Читайте нас: