Әлшәй хәбәрҙәре
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Май 2019, 16:55

Ун дүрт ҡыҙ һәм ун малай

2018 йылдың апреле менән сағыштырғанда, был айҙа үлем осраҡтары (41) аҙыраҡ.

Апрель айында туғыҙ пар никахҡа ингән, былтырғыға ҡарағанда 10-ға аҙыраҡ. 13 парҙың ғаиләһе тарҡалған (2018 йылда – 9). Бөтәһе 24 сабый тыуған – 14 ҡыҙ һәм 10 малай. Ә март айында ҡыҙҙар – 15, малайҙар 10 булғайны. Үткән йылдың ошо осоронда 29 бала донъяға килгән.

Ата-әсәләр кескәйҙәргә ниндәй исемдәр ҡушҡан һуң? Бик матур, һирәк осраған исемдәр: Әлмир, Есения, Кира, Варвара, Вәкил, Роман, Камилла, Виктория, Әмир, Вероника.

2018 йылдың апреле менән сағыштырғанда, был айҙа үлем осраҡтары (41) аҙыраҡ. Атайлыҡты раҫлаусы 5 яҙма теркәлгән. Тәрбиәгә бала алыусылар һәм исем алмаштырырға теләүселәр юҡ.

Читайте нас: