Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Май 2019, 12:45

Утлы яуҙарҙа сыныҡҡан

Пионерҙар йортоноң “Эҙәрмән” студияһына йөрөүсе уҡыусылар Ыҫлаҡ ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Миннәт Зиннәт улы Ульданов менән осрашты.

Миннәт Зиннәт улы 1923 йылдың 7 ноябрендә Ыҫлаҡ ауылында донъяға килә, алты синыфты тамамлағандан һуң, Кемерово ҡалаһына китә, унда шахтала эшләй. Артабан уны армияға алалар. 1942 йылдың февралендә хәрби ант ҡабул итә. Ошо йылдың 2 октябренән Еңеү көнөнә тиклем 664-се уҡсылар полкында бик күп ҡалаларҙы илбаҫарҙарҙан азат итеүҙә, Польшалағы яуҙарҙа ҡатнаша. 469-сы артиллерия полкында сержант званиеһында орудие командиры булып хеҙмәт итә. Варшава өсөн барған алыштарҙа аяғы һәм ҡулбашы яралана. Еңеүҙе Германияла, Дрезден ҡалаһында ҡаршылай.

- Һуғыштың башынан аҙағына тиклем утлы яуҙарҙа ҡатнаштым. Минең кеүек йәштәргә повестка бирҙеләр һәм эшелондарға тейәп, фронтҡа оҙаттылар. Һуғыштың тәүге йылы айыруса ауыр булды. Немецтар илебеҙгә бик тиҙ баҫып инде. Ауылдарҙы таланылар, ҡарт-ҡоро, ҡатын-ҡыҙҙар һәм балаларҙы һәләк итте, йорттарҙы яндырҙы. Беҙ йүнләп ата ла белмәй инек. Ошо йылда һуғышҡа алынғандарҙың күбеһе һәләк булды. Бөгөн дә Туғандар ҡәберлеге, әллә күпме егеттәрҙең үле кәүҙәләре күҙ алдымда...

Пушка-гаубицаларҙы үҙебеҙ тарттыҡ, аттарҙы ла егә инек. Улар ҙа кешеләр менән бер рәттән, һуғыш ауырлыҡтарын кисерҙе, баштарын аҫҡа эйеп пушкаларҙы тауға ла тартты, һаҙлыҡтан да сығарҙы. Артабан фашистарҙы тыуған еребеҙҙән ҡыуа башлағас, хәлебеҙ бер аҙ еңеләйҙе, кәйефтәр ҙә күтәрелде. Еңеүҙе мин Дрезден ҡалаһында ҡаршыланым. Ә өйҙә мине түҙемһеҙлек менән ата-әсәйем һәм өләсәйем көтә ине, - тип хәтер йомғағын һүтте фронтовик.

Һуғыштан һуң ул тыуған ауылына ҡайта. “Коммунист” колхозында һөт йыйыусы, фермала малсы булып хеҙмәт һала, малдарға аҙыҡ әҙерләй. Миннәт Зиннәт улының хеҙмәт стажы – 44 йыл. Тормош иптәше менән дүрт бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Яугир хәҙер ейәндәренең һәм бүләләренең уңыштарына ҡыуанып йәшәй. Уҡыусылар Еңеүгә лайыҡлы өлөш индергән ветеранға ныҡлы һаулыҡ һәм күңел күтәренкелеге теләп хушлашты.

Зилә ЙӘЛИЛОВА,

Пионерҙар йорто педагогы.

М. З. Ульданов.

Читайте нас: