Унда өлкән синыф уҡыусылары, студенттар ҡатнашты, улар Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары менән осрашып, яугирҙәрҙең иҫтәлектәрен яҙып алды. Акцияға Әлшәй уҡыусылары ла ҡушылды.
Раевка 2-се урта мәктәбе уҡыусылары Алена Кривошапко, Камила Дибаева һәм Виктория Булатова пионервожатыйҙары Эльвира Мәҡсүтова менән 96 йәшлек Шәмсулла Сәйфулла улы Төхвәтовта ҡунаҡта булды.
18 йәшлек егет Һарай ауылынан армияға һуғышҡа тиклем китә, сик буйынан алыҫ түгел Белоруссияла Белосток ҡалаһында хеҙмәт итә.
- 1941 йылдың 22 июнендә көндөҙ мин ике мотоциклда автоматлы немец һалдаттарын күрҙем. Был ваҡытта беҙ әле һуғыш башланғанын белмәй инек...” – тип иҫкә ала бөгөн ветеран.
Төхвәтов артиллерия бригадаһында снаряд ташыусы була, уның батырлығы тураһында наградалары: икенсе дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары, “Батырлыҡ өсөн”, “Хәрби батырлығы өсөн” миҙалдары, Жуков миҙалы һәм башҡалар һөйләй.
Ул Курск дуғаһындағы, Смоленск эргәһендәге алыштарҙа, Ясско-Кишинев операцияһында, Югославия, Румыния, Венгрия, Австрияны азат итеүҙә ҡатнаша. Дүрт тапҡыр яралана.
Еңеү көнөн өлк ән сержант Австрияла, Градец ҡалаһында ҡаршылай. 1945 йылдың 12 майында яҡташыбыҙ совет ғәскәрҙәренең союзниктар менән осрашыуында ҡатнаша.
-Тағы бер йыл хеҙмәт иттем, йәш инем, шуға ебәрмәнеләр, тыуған яғыма 1946 йылда ғына ҡайттым, - тип һөйләй фронтовик мәктәп уҡыусыларына.
Һуғыштан һуң ветеран тыуған ауылында колхозда эшләй. Район үҙәгенә күсеп килгәс, консерва заводында, йылылыҡ селтәрендә, Пионерҙар йортонда, Раевка 2-се мәктәбендә мейес яғыусы булып хеҙмәт һала. Шәмсулла Сәйфулла улы Бөйөк Ватан һуғышының тәүге көндәренән алып Еңеү көнөнә тиклем барып еткән яугирҙәрҙең береһе. Батыр ветеран менән осрашыу мәктәп уҡыусыларында онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдырҙы.