Әлшәй хәбәрҙәре
+5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Апрель 2019, 14:13

Йәш армиясылар ант бирҙе

Раевка 4-се урта мәктәбендә уҡыусыларҙы йәш армиясылар сафына алыуға арналған тантаналы сара уҙҙы.

2015 йылдың 29 октябрендә Рәсәй Президенты Владимир Путин “Рәсәй уҡыусылар хәрәкәте” Бөтә Рәсәй балалар-үҫмерҙәр йәмәғәт-дәүләт ойошмаһы булдырыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы. 2016 йылдың сентябрь башында РФ Оборона министры Сергей Шойгу башланғысы менән, был хәрәкәттең бер йүнәлеше булараҡ, “Йәш армия” бөтә Рәсәй хәрби-патриотик хәрәкәте үҙ эшен башланы. Уның төп маҡсаты - Тыуған илен яратаусы һәм уны һаҡларға әҙер, көслө, аҡыллы, матур һәм сәләмәт патриоттар быуыны тәрбиәләү.

Был хәрәкәткә М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейы, гимназия, Раевка 2-се һәм 4-се мәктәптәре һәм Шафран мәктәбенән 164 уҡыусы ҡушылды. Улар “Йәш армия”сылар сафына инеп, ата-әсәләре, остаздары һәм дуҫтары алдында Ватанға һәм йәш армиясылар туғанлығына тоғро булырға, дөрөҫлөк һәм ғәҙеллек өсөн көрәшергә, уҡыуҙа һәм спортта еңеүгә ынтылырға, Тыуған илебеҙ азатлығы һәм бойондороҡһоҙлоғо хаҡына көрәшкән батырҙар иҫтәлеген хөрмәтләп һаҡларға, Рәсәй патриоты һәм лайыҡлы гражданин булырға тантаналы ант бирҙе.

“Беҙҙең райондан һеҙҙең тәүгеләрҙән булып “Йәш армия” бөтә Рәсәй ойошмаһы сафын тулыландырыуығыҙ менән ғорурланабыҙ”, – тип балаларҙы ҡотланы район мәғариф бүлеге етәксеһе А. Т. Вәлиәхәмәтов, Әлшәй, Дәүләкән райондары, Дәүләкән ҡалаһы хәрби комиссары В. П. Яблонский һәм Раевка 4-се мәктәбе директоры П. П. Кулагин. Артабан сарала ҡатнашыусыларға йәш армиясылар хәрәкәте һәм Советтар Союзы Геройы Павел Федорович Щербаков тураһында видеороликтар күрһәтелде. Сара иҫтәлекле таҡтаташҡа сәскәләр һалыу менән тамамланды.

Читайте нас: