Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Апрель 2019, 14:58

Ут-ялҡынға ҡаршы атлай улар

Көслө, ҡыйыу йөрәкле ир-егеттәр көн һайын еңел булмаған хеҙмәтен башҡарып, ут-ялҡынға ҡаршы атлай, кешеләр ғүмерен ҡотҡара.

Районда янғындарға бәйле хәл киҫкен тора, йыл башынан ғына 49 янғын сыҡҡан, былтыр шул уҡ осорҙа 15 осраҡ теркәлгән. Йорт-ҡуралары янып, биш кеше һәләк булған. Ут сығыуҙың сәбәптәре булып, элеккесә, электр ҡорамалдарының төҙөк булмауы, ут менән һаҡһыҙ эш итеү, мейестән файҙаланғанда ҡағиҙәләрҙе боҙоу, сүп-сар һәм ҡоро-һары яндырыу тора.

- Беҙҙең янғын һағы часында 27 кеше хеҙмәт һала, - ти 62-се янғын һағы етәксеһе Венер Арыҫланов. – Коллективта башлыса ун биш йылдан ашыу эшләгән янғын һүндереүселәр хеҙмәт һала. Олег Корнев, Владислав Метелев, Азамат Яхин, Рим Ибраһимов, Фәрит Әхмәтов, Владимир Петров, Оксана Мисерева, Алексей Смоленко, Александр Чистяков, Юрий Малышев үҙ белемен һәм тәжрибәһен йәш быуын менән бик тел әп уртаҡлаша. Венер Харисов, Илгиз Сафин, Илмир Миңлебаев, янғын һағы элемтәһе диспетчеры Алина Рәхмәтуллина ла тырышып хеҙмәт һала. Һөнәри бурыстарын намыҫлы башҡарыуҙан тыш, улар подразделениеның йәмәғәт тормошонда һәм спорт сараларында әҙүем ҡатнаша. Етәксе урынбаҫары Илгиз Сәлимов, отделение командирҙары Фларит Хәбибов, Юрий Дергунов та маҡтау һүҙҙәренә лайыҡ.

Янғын һүндергәндә һәм ҡаза күреүселәрҙе ҡотҡарғанда техниканың төҙөк булыуы бик мөһим. Янғын часының төп автопаркы күптән яңыртылмаһа ла, шоферҙар Тимур Хажиев, Фәрхәт Хәлиуллин, Рәфис Еникеев, Александр Марченко тырышлығы менән янғын һүндереү машиналары һәр ваҡыт әҙерлек һыҙығында.

Ветерандарыбыҙ исеменә лә ихлас теләктәр еткерге килә. Һеҙ еңел булмаған хеҙмәтебеҙҙә беҙҙең өсөн ныҡлы һәм ышаныслы терәк. Беҙ Андрей Евграфович Столбов, Фларит Фуат улы Насибуллин, Людмила Николаевна Гапонова, Мәхмүт Ғаблатип улы Арыҫланов, Альберт Абдулла улы Батыршин, Иван Николаевич Овчинников, Михаил Константинович Бабченко, Фердинанд Райнольдович Вайнц кеүек остаздарыбыҙ менән сикһеҙ ғорурланабыҙ.

Ысын күңелдән подразделениеның шәхси составын, ветерандарҙы һөнәри байрамыбыҙ менән ҡотлайым, ныҡлы сәләмәтлек, ғаилә бәхете, именлек һәм, әлбиттә, игелекле эшебеҙҙә уңыштар теләйем.

Читайте нас в