Хәбәр итеүебеҙсә, 3 июндән федераль каналдар программалары аналог форматта күрһәтмәйәсәк. Районда һанлы телевидениеға күсеү буйынса эштәр дауам итә. Һанлы сигналды тотоу зонаһынан алыҫ урынлашҡан ауылдарҙа, ә был 300 йорт, шул иҫәптән Торонтайыш ауыл биләмәһенә ҡараған Һарай һәм Хрустали ауылдарында юлдаш антенналары ҡуйыла.
Был йорттарҙа йәшәүселәргә юлдаш антеннаһы ҡорамалдары льготалы хаҡҡа - 6 мең һумдан һатыла. Ә пенсияларына федераль социаль өҫтәмә алған пенсионерҙарға һәм ай һайын пособие иҫәпләнгән балалы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә һанлы приставка бушлай бирелә. Торонтайыш ауыл Советы буйынса бөтәһе 10 льготасыға юлдаш антеннаһы ҡуйылған, сиратта - тағы ла 8 кеше.
- Ҙур булмаған Һарай ауылында бөтәһе 170 йорт иҫәпләнә, шуларҙың 41-е буш тора. Ауылда йәшәүселәрҙең күбеһе күптән инде IP телевидение, “Телекарта” һәм “Триколор” буйынса телевизион тапшырыуҙар ҡарай, - ти ауыл биләмәһе хакимиәте белгесе Зөлфиә Марс ҡыҙы Сафина. – Март аҙағында алты льготасыға юлдаш антеннаһы ҡуйылды. Улар өс йыл буйы бушлай 85 канал, артабан инде егерме канал ҡарай аласаҡ.
Сафиндар ғаиләһе лә льготасылар категорияһына ҡарай. Әлфиә Хәмит ҡыҙы оҙаҡ йылдар “Росгострах” йәмғиәтендә страховка агенты булып эшләгән. Пенсияһы ҙур түгел – һигеҙ меңдән саҡ ҡына күберәк. Ул пенсияһына федераль социаль өҫтәмә ала. Бындай бүләккә – бушлай бирелгән “Телекарта” приставкаһына ул сикһеҙ шат. Уның телевизоры иҫке һәм яратҡан ташырыуҙарын юлдаш антеннаһы менән генә ҡарай ала. Йорт мәшәҡәттәренән бушаған ваҡытта Әлфиә Хәмит ҡыҙы һуңғы яңылыҡтарҙы белеү өсөн БСТ каналын, шулай уҡ “Ҡурай” һәм “Туган тел” каналдарын ҡарарға ярата. Моңло йырҙар тыңлай-тыңлай кухняла аш-һыу әҙерләй, тегергә ярата. Ул шулай уҡ гөлдәр үҫтереү менән мауыға. Тәҙрә төптәрендә төрлө төҫтәге яран гөлдәре, халыҡта “ҡатын-ҡыҙ бәхете” тип йөрөтөлгән спатифиллум гөлө сәскәгә күмелеп ултыра.
Тормош иптәше Фәтих Зәки улы оҙаҡ йылдар урмансы булып эшләгән. Ул шулай уҡ балта оҫтаһы ла. Элек бура бураған, мебель яһаған. Ҡатыны менән ихата тултырып мал-тыуар аҫрайҙар. Өс һыйыр, өс үгеҙ, һарыҡтар, ҡош-ҡорт – бөтәһе лә иғтибар талап итә.
Ял көндәрендә шау-гөр килеп балалары, ейәндәре ҡайта. Бөтә ғаилә бергә йыйылып, мул табын артында, рәхәтләнеп һанлы телевидение тапшырыуҙарын ҡарайҙар.