Әлшәй хәбәрҙәре
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Апрель 2019, 12:38

Балалар ғүмере өсөн яуаплылыҡ

Район прокуратураһы мәктәп автобустарында балаларҙы йөрөтөү буйынса талаптарҙың күҙәтелеүен тикшерҙе.

Райондың 15 мәғариф учреждениеһында транспорт сараһын рейс алдынан техник ҡарау үткәреүгә яуаплы кешеләр (механиктар), шулай уҡ юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге өсөн яуаплы кешеләр уларға ҡарата ҡуйылған һөнәри һәм квалификацион талаптарға тура килмәй, был иһә автобустарҙың техник торошона контроллек булмау тураһында һөйләй. Бындай етешһеҙлектәр балаларҙың юл-транспорт ваҡиғаһында йәрәхәттәр алыуына килтереүе ихтимал.
Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса асыҡланған етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү тураһында күрһәтмә бирелде, вазифалы кешеләр административ һәм дисциплинар яуаплылыҡҡа тарттырылды.
Етешһеҙлектәр тулыһынса бөтөрөлмәгәнлектән, район прокуратураһы мәғариф учреждениеларында закон тарафынан билдәләнгән тәртиптә аттестация үткән кешеләрҙе юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге өсөн яуаплы итеп тәғәйенләүҙе талап итеп судҡа дәғүә ғаризалары ебәрҙе.
Т. ПАНИЧ,
район прокуроры ярҙамсыһы.
Читайте нас: