Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Апрель 2019, 13:04

Азалина, Вячеслав, Әмир һәм Анастасия

Яңы йылдың өс айы һиҙелмәй ҙә үтеп китте, кемделер ул ҡыуандырҙы, ә кемгәлер киреһенсә борсоу-һағыштар алып килде.

Традиция буйынса, районыбыҙҙағы тыуым статистикаһы тураһында барыһына ла ҡыҙыҡлы булған мәғлүмәт менән һеҙҙе лә таныштырабыҙ, хөрмәтле гәзит уҡыусылар.
2019 йылдың беренсе кварталында районда 86 сабый (47 малай һәм 39 ҡыҙ) донъяға килгән, был үткән йылға ҡарағанда алты сабыйға күберәк. 23 ғаиләлә – беренсе, 34 ғаиләлә – икенсе, 21 ғаиләлә – өсөнсө, алтыһында – дүртенсе, ике ғаиләлә бишенсе һәм артабанғы балалар тыуҙы. Бер ғаиләлә игеҙәктәр донъяға килгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 140 кеше – 82 ир һәм 58 ҡатын вафат булған (2018 йылда – 157). 32 пар законлы никахҡа инде, былтырғыға ҡарағанда 8-гә кәмерәк. 38 ғаилә пары (2018 йылда – 41) никахтарын тарҡатҡан. Атайлыҡты билдәләү тураһында – 17, уллыҡҡа алыу – 3 һәм исемде алмаштырыу буйынса 4 акт яҙмаһы теркәлгән.
Яҙҙың тәүге айы – мартта 25 сабый (15 ҡыҙ һәм 10 малай) донъяға ауаз һалған. Ата-әсәләре уларға Елизавета, Виктор, Ролан, Валерия, Ева, Әхмәт, Илһам һәм Реналь кеүек һирәк осрай торған исемдәр һайлаған. Ислам, Азалина, Богдан, Эмилия, Вячеслав, Әмир, Анастасия, Тамерлан һәм Камилла исемдәре лә популяр.
49 кеше вафат булған (2018 йылдың мартында – 41). 15 пар законлы никахтарын теркәгән һәм 11 ғаилә айырылышҡан.
Читайте нас: