Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Апрель 2019, 17:33

Эш табып була

Раевка ауылының социаль-мәҙәни үҙәгендә йәштәр комитеты халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге менән берлектә вакансиялар йәрминкәһе ойошторҙо.

Сарала ун эш биреүсе ҡатнашты, уларға 40-ҡа яҡын хеҙмәткәр талап ителә ине. Мәҫәлән, агросәнәғәт комплексы предприятиеларына зоотехниктар, агрономдар, тракторсылар кәрәк. Мәҙәниәт бүлегенә – балетмейстер һәм ауыл мәҙәниәт йорто мөдире. “Раевка ит комбинаты” йәмғиәтенә шофер, йөк тейәүсе, иҡтисадсы, “Раевка тәм-томдары” йәмғиәтенә В категориялы шоферҙар талап ителә. РФ Эске эштәр министрлығының Әлшәй районы буйынса бүлегенә 11 вакансия – шофер, тәүтикшереүсе, участка уполномоченныйҙары кәрәк. “Башҡортостан бройлеры” йәмғиәтенә санитар, йөк тейәүсе, оператор талап ителә.

Йәрминкәгә йөҙҙән ашыу кеше килде, уларҙың 65-е эш биреүселәргә мөрәжәғәт итте, 40-ҡа яҡыны артабан эшкә урынлашыу өсөн яҙылды.

Дамир НИҒМӘТУЛЛИН,

район хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса комитеты директоры.

Фото: Яндекс

Читайте нас: